Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Октябрь 2022, 15:17

Йырсы хәрби хеҙмәттәге егеттәргә ярҙам итә

"Мобилизацияланғандар араһында минең дә туғандарым, ауылдаштарым бар", - ти ул.

Йырсы хәрби хеҙмәттәге егеттәргә ярҙам итә
Йырсы хәрби хеҙмәттәге егеттәргә ярҙам итә

Билдәле йырсы Илһөйә Бәҙретдинова «Бәйләнештә»ге рәсми төркөмөндә ай һайын хәйриә концерты буласағы хаҡында иғлан иткән.

«Мин сәйәсәттән йыраҡ профессияла, ғөмүмән, унан йыраҡмын. Ләкин был ҡурҡыныс хәлдәр барыбыҙға ла ҡағыла, һәр ғаиләнең тиерлек ишеген шаҡый. Мобилизацияланған егеттәр араһында минең дә туғандарым, ауылдаштарым бар. Үҙем дә ир-егет әсәһемен.

Ошо көндәрҙә күп кеше яҙҙы, фекерҙәр ҙә төрлө. Кеше ҡайғырғанда йырлап йөрөйһөгөҙ, тип әрләүселәр ҙә булды… Әммә, һуғыш бара тип, һеҙ эшкә йөрөүҙән туҡтанығыҙмы? Әллә кибеттәрҙә бушҡа әйбер бирә башланылармы? Ошондай ауыр ваҡыттарҙа бер-беребеҙгә бысраҡ өймәһәк ине. Хәйер, хәлде аңлаған, аҡыллы кешеләр күберәк.

Бер ҡасан да ярҙам иткәнемде кешегә сығарғаным юҡ ине, тик был юлы мәжбүрмен. Мин айына бер концертымды хәйриә сығышы тип иғлан итәм. Килгән барлыҡ аҡса мобилизацияланған егеттәр файҙаһына китәсәк. Аҡыллы, сабыр, берҙәм булайыҡ, дуҫтар!» - тип яҙған ул.

Фото "Бәйләнеш"тәге рәсми төркөмдән.

Автор:Миләүшә Сайтакова.
 
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-10-03/yyrsy-h-rbi-he-m-tt-ge-egett-rg-yar-am-it-2974853
Автор:
Читайте нас: