Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Сентябрь 2022, 09:35

Егеттәрҙе ҡайҙа ебәргәндәре билдәле булды

Ә кредиттар менән нимә эшләргә? 

Егеттәрҙе ҡайҙа ебәргәндәре билдәле булды
Егеттәрҙе ҡайҙа ебәргәндәре билдәле булды

Бөгөн Башҡортостан юлдаш телеканалында брифинг булды, унда тура эфирҙа өлөшләтә мобилизацияға ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙеләр.

Өлөшләтә мобилизация сиктәрендә хеҙмәт итергә киткән егеттәр кредиттар буйынса түләүҙе кисектереүгә хоҡуҡлы. Был хаҡта Башҡортостандың Милли банкы идарасыһы Марат Кашапов хәбәр итте.

“Граждандарҙың кредитты реструктуризациялау тураһында ғариза менән кредит ойошмаһына, микрофинанс ойошмаһына йәки кредит-ҡулланыусылар кооперативына мөрәжәғәт итә алыуы хаҡында тейешле закон ҡабул ителгәнгә тиклем Рәсәй банкы кисектереү буйынса тәҡдим индерҙе. Һәм был профессиональ кредиторҙарға ҡаршы барырға, реструктуризациялауҙың махсус программаһын әҙерләргә йәки булғанын яраҡлаштырырға кәңәш ителде. Хәҙерге шарттарҙы иҫәпкә алып, заемсыға үҙ бурыстарын үтәү мөмкинлеге биреү өсөн түләүҙәрҙе туҡтатырға йәки уларҙың үтәлешен кисектерергә, йә булмаһа, түләүҙәр күләмен кәметергә.

Бынан тыш, ваҡытында түләмәгән өсөн штраф һалмаҫҡа, бурысты түләтеү буйынса эш алып бармаҫҡа һәм йөкләмәне ваҡытынан алда үтәү тураһында талаптар ҡуймаҫҡа кәңәш ителде.

Әлеге ваҡытта Дәүләт Думаһында ҡаралған закон проекты яҡын арала тәҡдим рәүешендә ҡабул ителер, тип уйлайбыҙ.

Әгәр банктар реструктуризация үткәреүҙән баш тартһа, һәр ваҡыт Рәсәй банкына ғариза менән мөрәжәғәт итергә мөмкин. Беҙ, ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлаусы орган булараҡ, быға иғтибар итәбеҙ. Тәҡдимдәр бар, әлбиттә, улар әлегә тәҡдим сифатында ғына, әммә бөтә кредит ойошмалары уларҙы үтәйәсәк, финанс ойошмалары тейешле кәңәшмәләр уҙғарҙы. Закон ҡабул ителгәнгә тиклем ул һәр осраҡта ла мобилизациялау осорона тәғәйенләнәсәк, һәм бөтә мәсьәләләр ҙә көйләнәсәк.

Был законды ҡабул итеү-итмәүгә ҡарамаҫтан, 2019 йылғы закон бар, ул гражданға шәхси сәбәптәре үҙгәргән осраҡта кисектереү йәки түләү күләмен кәметеү өсөн тейешле финанс ойошмаларына мөрәжәғәт итергә мөмкинлек бирә”, – тине Марат Кашапов.

Хәрби хеҙмәткә саҡырылғандар, мобилизациянан һуң өс ай үткәс, сроклы хеҙмәттән контракт хеҙмәтенә күсә ала. Бындай осраҡта уларға эш хаҡы түләнергә тейеш, тине Башҡортостандың хәрби комиссары Михаил Блажевич. Шул уҡ ваҡытта ир-егет кенә реквизиттар тапшырып, түләүҙәрҙе Оборона министрлығы линияһы буйынса ниндәй иҫәпкә ебәреүҙәре тураһында ғариза яҙа ала. Яҡын туғандары бындай мәсьәләләрҙе хәл итә алмай.

Бынан тыш, хәҙер Дәүләт Думаһында мобилизацияланғандарҙың барыһына ла бер тапҡыр бирелә торған 300 мең һум тураһында закон ҡарала.

“Закон ҡабул ителгәндән һуң был хаҡта анығыраҡ әйтергә мөмкин буласаҡ. Әлегә проект ҡарала, уның ҡабул ителеүе тураһында мәғлүмәт юҡ. Әммә был алдағы көндәрҙә эшләнер тип уйлайым”, – тине Михаил Блажевич.

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда оборона-сәнәғәт комплексы структураһына ингән 14 предприятие һәм мобилизация эштәрен башҡарған 30 предприятие эшләй. Был хаҡта республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев белдерҙе.

Оборона предприятиелары хеҙмәткәрҙәре һәм мобилизация заказын башҡарыусылар өсөн бронь булыуы тураһында белешмә уларҙың кадрҙар бүлектәрендә бар. Һәр хеҙмәткәр унда мөрәжәғәт итеп, барлыҡ кәрәкле мәғлүмәтте аныҡлай ала.

Башҡортостандан мобилизацияға саҡырылғандарҙы ниндәй уҡыу үҙәктәренә ебәреүҙәре билдәле булды. Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссары, полковник Михаил Блажевич билдәләүенсә, кисә резервистар Пенза, Һарытау, Ҡазан, Елань һәм Вольск ҡалаларындағы уҡыу частарына юлланды.

– Егеттәребеҙҙе хәрби белем биреү учреждениеларында – уҡыу үҙәктәрендә йәки хәрби училищеларҙа йыялар. Биләмәләрендә уҡытыу-матди база, полигондар, уҡыу кластары, тренажерҙар булғанлыҡтан, кешеләрҙе урынлаштырыу, уларҙы туҡландырыу, мунса-кер йыуыу хеҙмәтләндереүе өсөн тейешле фонд булдырылған. Улар унда урынлашҡан, часҡа уҡырға инеү буйынса саралар уҙғарыла, кейем-һалым алмаштырыла, һуғышты көйләү буйынса дәрестәр үткәреүгә әҙерләнә, улар бер айға яҡын дауам итәсәк, – тип хәбәр итте хәрби комиссар.

Михаил Блажевич белдереүенсә, мобилизацияланғандар араһында доброволецтар күп, уларҙың күбеһенең хәрби тәжрибәһе бар.

– Бындай егеттәр йыш ҡына хәрби комиссариатҡа үҙ әйберҙәре, кейемдәре менән килә, беҙ быға ҡаршы түгел. Әммә нимәлер һатып алырға кәрәк тип беҙҙең әйткәнебеҙ юҡ, – тине ул.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева.
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-09-26/egett-r-e-ay-a-eb-rg-nd-re-bild-le-buldy-2966863
 
Автор:
Читайте нас: