Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Сентябрь 2022, 09:51

Ә һеҙҙең яҡта ҡар яуҙымы?

Синоптиктар киләһе көндәргә нимә вәғәҙәләй...

Ә һеҙҙең яҡта ҡар яуҙымы?
Ә һеҙҙең яҡта ҡар яуҙымы?

Кисә Балаҡатай районында тәүге ҡар яуҙы, тип хәбәр итте  райондың Билән ауылы халҡы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. Республиканың Мәсетле районында ла ҡар булды тип яҙҙылар. Төндә иһә Белорет ҡалаһында ла ҡар яуған.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының  Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн төндә республиканың көнсығышында ҡар яуған. Таулы райондарҙа ваҡытлыса ҡар ятасаҡ, ә башҡа райондарҙа ямғыр көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан секундына 5-10 метр тиҙлек менән иҫәсәк, көндөҙ иһә айырым райондарҙа секундына 15 метр тиҙлеккә етәсәк. Һауа температураһы төндә – +1, +6, аяҙытҡанда – 0, ер өҫтөндә иһә 0, -5 градус, көндөҙ +7, +12 градус йылы.

Таулы райондарҙың айырым участкаларында төндә һәм иртәнсәк боҙлауыҡ буласаҡ. Шуға ла водителдәрҙе һаҡ булырға саҡырабыҙ.

Халыҡ һынамыштарында “Сентябрҙә ҡар күренһә, ҡырҡ көн аяҙ булыр” тиелә, тимәк, әле генә ҡыш килмәйәсәк.

Фото: скриншот.

Автор:Рәмилә Мусина.
 
https://bashgazet.ru/news/kh-ef-e-lek/2022-09-27/e-e-ya-ta-ar-yau-ymy-2966940
Автор:
Читайте нас: