Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Сентябрь 2022, 16:41

Республика халҡын -5 градусҡа тиклем һалҡын көтә

Республикала һауа температураһының -5 градусҡа тиклем төшөүе, шулай уҡ елдең секундына 15 метрға тиклем көсәйеүе көтөлә. 

Республика халҡын -5 градусҡа тиклем һалҡын көтә
Республика халҡын -5 градусҡа тиклем һалҡын көтә

Башгидрометеүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, болотло һауа торошо, көслө булмаған ямғыр, секундына 5-10 метр булған төньяҡ-көнсығыш ел буласаҡ. Көндөҙ елдең тиҙлеге секундына 15 метрға тиклем етеүе ихтимал. 

Төндә һауа температураһы +1, +6, көндөҙ +7, +12 градус буласаҡ. 

Автор: Айна Имангулова.
 
https://ejansura.ru/news/havatoroso/2022-09-26/respublika-hal-yn-5-gradus-a-tiklem-al-yn-k-t-2966503
Автор:
Читайте нас: