Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Сентябрь 2022, 14:48

1 декабргә тиклем мөлкәт һалымын түләү мөһим

Башҡортостан Финанс министрлығы республикала йәшәүселәргә күсемһеҙ милеккә, транспортҡа һәм ергә һалым түләү кәрәклеген иҫкә төшөрә. Сентябрҙә граждандар – хаттар, ә һалым түләүсенең «Шәхси кабинеты» булғандар электрон белдереү ҡағыҙҙары алырға тейеш.

«Һалым белдереүендә һалым түләнергә тейеш милек объекттары ғына күрһәтелә. Әгәр һалым түләүсегә һалым түләүҙән азат иткән льгота бирелһә, бындай объект һалым белдереүендә сағылыш тапмай. Шулай уҡ һалымдың суммаһы 100 һумдан кәмерәк булһа, белдереү ҡағыҙҙары ебәрелмәй», — тип белдерҙеләр Финанс министрлығында.

Әгәр 1 ноябргә тиклем белдереү ҡағыҙы килмәһә, квитанцияны һалым инспекцияһында йәки күп функциялы үҙәктә алырға мөмкин.

Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл халыҡҡа 2 миллион белдереү ҡағыҙы ебәрелгән (1,5 миллионы – почта аша, 500 меңе – электрон), иҫәпләнгән милек һалымының суммаһы – 6,5 миллиард һум.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

 Фото:Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы

https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2022-09-23/1-dekabrg-tiklem-m-lk-t-alymyn-t-l-m-im-2963474

Автор:
Читайте нас: