Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Сентябрь 2022, 10:33

Башҡортостан Башлығы ДНР, ЛНР һәм Украина граждандарына түләүҙәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

/

Башҡортостан Башлығы ДНР, ЛНР һәм Украина граждандарына түләүҙәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы
Башҡортостан Башлығы ДНР, ЛНР һәм Украина граждандарына түләүҙәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, Украина биләмәләренән китергә мәжбүр булған һәм Рәсәйгә килгән ДНР, ЛНР, шулай уҡ Украина граждандарына һәм һәм гражданлығы булмаған кешеләргә түләүҙәрҙе күҙ уңында тотҡан указға ҡул ҡуйҙы. Документ Башҡортостандың хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Түләүҙәр буйынса вәкәләтле орган Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы. Аҡса йыл аҙағына тиклем түләнергә тейеш. Финанслау федераль ҡаҙнанан йүнәлтелгән бюджет-ара трансферттар иҫәбенә башҡарыла, тиелә документта.

Фото: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы архивы.

Автор:Эдуард Ҡусҡарбәков.
 
https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-09-21/bash-ortostan-bashly-y-dnr-lnr-m-ukraina-grazhdandaryna-t-l-r-tura-ynda-ukaz-a-ul-uy-y-2958675
Автор:
Читайте нас: