Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Сентябрь 2022, 10:45

Баш ҡала атамаһы тағы үҙгәрҙе...

Был тәҡдимде кем индергән? Нур-Солтан хәҙер нимә тип аталасаҡ?

Баш ҡала атамаһы тағы үҙгәрҙе...
Баш ҡала атамаһы тағы үҙгәрҙе...

Ҡаҙағстан президенты Ҡасым-Жомарт Тоҡаевтың бойороғо менән Нур-Солтан ҡалаһының исеме үҙгәрҙе – ул ҡабаттан Астана тип аталасаҡ.

Был рәсми бойороҡ “Казахстанская правда” гәзитендә бөгөн баҫылған һәм закон буйынса донъя күргән көндән ғәмәлгә инә.

Шулай уҡ бөгөн, 19 сентябрҙә, Ҡаҙағстан конституцияһына үҙгәреш индереү тураһындағы законға ҡул ҡуйылған һәм ундағы бер төҙәтмә Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы – Астана тигәнде иҫкәртә.

Нур-Солтанды Астанаға кире үҙгәртеү хаҡындағы тәҡдимде 2019 йылдың яҙында Тоҡаев әфәнде үҙе әйткән. Унан тыш, быйыл ғинуарҙа Ҡаҙағстанда үткән буталыштарҙан һуң да был мәсьәләне күтәргәндәр. Башланғысты баш ҡала властары, унан ил парламенты хуплаған.

Ҡасым-Жомарт Тоҡаев конституцияға төҙәтмәләр индереүҙе 17 сентябрҙә раҫлаған. Ундағы төҙәтмәләр шулай уҡ Ҡаҙағстан президенты ете йылға бер һайлана ала тигәнде лә күҙаллай. Әйткәндәй, сираттағы һайлауҙар быйыл көҙ үтә.

Фото: resizer.mail.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева.
 
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-09-19/bash-ala-atama-y-ta-y-g-r-e-2956223
Автор:
Читайте нас: