ЙӘМҒИӘТ
16 Сентябрь 2022, 05:49

Урал Килсенбаев махсус хәрби-операция геройҙарына һәйкәл ҡуйыу идеяһы хаҡында: «Беҙҙең көс — берҙәмлектә»

/

Урал Килсенбаев махсус хәрби-операция геройҙарына һәйкәл ҡуйыу идеяһы хаҡында: «Беҙҙең көс — берҙәмлектә»Урал Килсенбаев махсус хәрби-операция геройҙарына һәйкәл ҡуйыу идеяһы хаҡында: «Беҙҙең көс — берҙәмлектә»
Урал Килсенбаев махсус хәрби-операция геройҙарына һәйкәл ҡуйыу идеяһы хаҡында: «Беҙҙең көс — берҙәмлектә»

Яҡын арала республикала махсус хәрби операция геройҙарына арналған һәйкәл тураһында фекер алышыу башлана. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, әле һәйкәл өсөн майҙансыҡ һайлау эштәре башланырға тора. Һәйкәл Өфөлә булыр, моғайын, шуға күрә ҡала халҡының фекере ҙур әһәмиәткә эйә. Тиҙҙән скульпторҙар араһында конкурс иғлан ителергә тейеш. Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары халыҡтар дуҫлығы идеяһы менән һуғарылған скульптура булдырыу тәҡдимен хуплауын белдерҙе.

«Радий Хәбиров әйтеүенсә, бөгөнгө көндә беҙҙә өс Рәсәй Геройы бар. Улар төрлө милләт вәкилдәре — башҡорт, удмурт, рус. Яҡташтарыбыҙҙың ҡаһарманлығы тураһында уҡыған саҡта беҙҙең көстөң берҙәм булыуыбыҙҙа икәнен аңлайһың», — тине Урал Килсенбаев.

Фото: Валерий Шахов.

Автор:Ләйсән Закирова.
 
https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-09-15/ural-kilsenbaev-mahsus-h-rbi-operatsiya-geroy-aryna-yk-l-uyyu-ideya-y-ha-ynda-be-e-k-s-ber-mlekt-2951404
Автор:
Читайте нас