ЙӘМҒИӘТ
16 Сентябрь 2022, 11:08

“Пушкин картаһы”н ҡайҙа файҙаланырға?

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, илебеҙҙә “Пушкин картаһы” эшләй башланы. 

“Пушкин картаһы”н ҡайҙа файҙаланырға?“Пушкин картаһы”н ҡайҙа файҙаланырға?
“Пушкин картаһы”н ҡайҙа файҙаланырға?

Уның ярҙамында йәштәр, үҙ аҡсаһын сарыфламайынса, төрлө мәҙәни сараларға йөрөй ала. Был картаны кем алыу мөмкинлегенә эйә, уның менән ҡайҙа барырға була?

“Пушкин картаһы”н алыу өсөн ҡайһы бер талаптарға яуап бирергә кәрәк: кеше Рәсәй гражданы, уның йәше 14-тән 22-гә тилем булырға, үҙе менән паспортын алырға һәм “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында теркәлергә тейеш. Әйткәндәй, “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы һәм “Дәүләт хеҙмәттәре. Мәҙәниәт” ҡушымтаһы ярҙамында виртуаль йәки “Почта Банк”та заказ биреп, пластик карта алырға мөмкин.

Автор:Гульгина Тагирова.
 
https://aulut.ru/articles/novosti/2022-09-15/pushkin-karta-y-n-ay-a-fay-alanyr-a-2951252
Автор:
Читайте нас