ЙӘМҒИӘТ
16 Сентябрь 2022, 05:53

Махсус операцияла һәләк булған ирекмәндәрҙең ғаилә ағзалары 2 миллион һум күләмендәге төбәк түләүҙәре алырға мөмкин

/

Махсус операцияла һәләк булған ирекмәндәрҙең ғаилә ағзалары 2 миллион һум күләмендәге төбәк түләүҙәре алырға мөмкинМахсус операцияла һәләк булған ирекмәндәрҙең ғаилә ағзалары 2 миллион һум күләмендәге төбәк түләүҙәре алырға мөмкин
Махсус операцияла һәләк булған ирекмәндәрҙең ғаилә ағзалары 2 миллион һум күләмендәге төбәк түләүҙәре алырға мөмкин

Башҡортостандан махсус операцияла һәләк булған ирекмәндәрҙең ғаилә ағзалары 2 миллион һум күләмендәге төбәк түләүҙәрен алырға мөмкин. Хөкүмәттең «Һәләк булған (үлгән) хәрбиҙәрҙең ғаилә ағзаларына бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙам тәғәйенләү һәм түләү тәртибенә үҙгәрештәр индереү тураһында» ҡарар проекты йәмәғәтселек тикшереүенә сығарылды. Документ буйынса тәҡдимдәрҙе 19 сентябргә тиклем ебәрергә була, тип хәбәр ителә Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы сайтында.

Һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаилә ағзаларына бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙамды тәғәйенләү тәртибе 2022 йылдың апрелендә үк раҫланғайны.

Документтан күренеүенсә, бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙам 2022 йылдың 24 февраленән Донецк Халыҡ Республикаһы, Луганск Халыҡ Республикаһы һәм Украина биләмәһендә уҙғарылған махсус хәрби операцияла һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаилә ағзаларына тәғәйенләнә һәм түләнә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылдың майында «Хәрби диңгеҙ флотының диңгеҙ пехотаһы һәм махсус тәғәйенләнештәге отряды ветерандары» йәмәғәт ойошмаһы Башҡортостан батальонын ойоштороу тәҡдиме менән сығыш яһаны. Идеяны ветерандар берләшмәләре лә, республика халҡы ла хуплап сыҡты. Башҡортостанда генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәм Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге батальондар ойошторолдо.

Фото: Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәте.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-09-16/mahsus-operatsiyala-l-k-bul-an-irekm-nd-r-e-ail-a-zalary-2-million-um-k-l-mend-ge-t-b-k-t-l-re-alyr-a-m-mkin-2952270

Автор:
Читайте нас