

Башгидромет хәбәр итеүенсә, бөгөн, 15 сентябрҙә, көндөң йылы, ҡоро тороуы көтөлә. Көндөҙ һауа 15-20 градусҡа тиклем йылына. Әммә алдағы көндәрҙә республикала бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал.
Көн болотло була, ел көньяҡтан һәм көньяҡ-көнсығыштан, талғын. Һауа температураһы төндә +6, +11, көндөҙ иһә +15, +20 градус.