ЙӘМҒИӘТ
15 Сентябрь 2022, 09:18

Башҡортостан — туристик кешбэк программаһы буйынса сәйәхәт итеү өсөн Волга буйы федераль округында иң популяр төбәк

/

Башҡортостан — туристик кешбэк программаһы буйынса сәйәхәт итеү өсөн Волга буйы федераль округында иң популяр төбәкБашҡортостан — туристик кешбэк программаһы буйынса сәйәхәт итеү өсөн Волга буйы федераль округында иң популяр төбәк
Башҡортостан — туристик кешбэк программаһы буйынса сәйәхәт итеү өсөн Волга буйы федераль округында иң популяр төбәк

Башҡортостан шифаханалары 2022 йылда көҙгө туристик кешбэк программаһы буйынса турҙар һатыу буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй. Популярлыҡ буйынса тәүге бишәү иҫәбендә — Татарстан, Һамар, Ульяновск өлкәләре һәм Сыуашстан. Санатории-России.рф порталы әҙерләгән рейтинг мәғлүмәттәре шундай.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кешбэклы турҙар 25 августан 10 сентябргә тиклем һатылды, ә сәйәхәткә 1 октябрҙән юлланырға мөмкин. Башҡортостан шифаханаларына юлламаның уртаса хаҡы — тәүлегенә 5120 һум.

Әйткәндәй, Краснодар крайында көҙ көнө шифахана-курорт ялы өсөн туристар тәүлегенә уртаса 6550 һум, Алтай крайында — 6320 һум, Мәскәү өлкәһендә 6340 һум түләгән.  

Автор:Роман Якимчук.

 
Фото: родные -курорты.рф..
 
https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-09-15/bash-ortostan-turistik-keshbek-programma-y-buyynsa-s-y-h-t-ite-s-n-volga-buyy-federal-okrugynda-i-populyar-t-b-k-2950711
Автор:
Читайте нас