ЙӘМҒИӘТ
12 Сентябрь 2022, 05:34

Етемдәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү тәртибе үҙгәрә

БР Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай етем һәм атай-әсәй ҡарауынан мәхрүм балаларға социаль ярҙам тураһындағы ҡануниәткә үҙгәрештәр индерергә йыйына.

Етемдәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү тәртибе үҙгәрәЕтемдәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү тәртибе үҙгәрә
Етемдәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү тәртибе үҙгәрә

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай етем һәм атай-әсәй ҡарауынан мәхрүм балаларға социаль ярҙам тураһындағы ҡануниәткә үҙгәрештәр индерергә йыйына.

Яҡындағы пленар ултырыштарҙың береһендә республика парламенты ҡараясаҡ закон проекты атай-әсәй ҡарауынан мәхрүм булған һәм, ошо ҡатламдан булып, 23 йәшкә еткәндәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеүҙе уларға фатир һатып алыу өсөн социаль пособие биреү юлы менән хәл итеүгә йүнәлтелгән.

“Сертификаттың бәхәсһеҙ өҫтөнлөгө – кешегә торлаҡ мәсьәләһенн хәл итеүҙе үҙенә һайлау мөмкинелеге биреү”, – ти Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. Тимәк, кеше торлаҡты үҙе теркәлгән йәки йәшәгән урында ғына түгел, ә республиканың теләһә ниндәй районында йәки ҡалаһында алыу мөмкинлегенә эйә була.  Был осраҡта ул ошо пособиеға әсәлек капиталын да өҫтәй ала, ташламалы хаҡҡа ипотека алыу форсаты ла бирелә.

Фото: yandex.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин.
 
https://bashgazet.ru/articles/sotsial-m-s-l/2022-09-12/etemd-r-e-torla-men-n-t-min-ite-t-rtibe-g-r-2944375
Автор:
Читайте нас