

Рәсәйҙең 11 аэропортына осоштарҙы сикләү режимы 16 сентябргә тиклем оҙайтылды, тип хәбәр иттеләр Федераль һауа транспорты агентлығынан.
Һүҙ Анапа, Белгород, Брянск, Воронеж, Геленджик, Краснодар, Курск, Липецк, Дондағы Ростов, Симферополь һәм Элиста ҡалаларына маршруттар тураһында бара.
«Рәсәй авиакомпанияларына Сочи, Волгоград, Минеральные Воды, Ставрополь һәм Мәскәү аша альтернатив маршруттарҙан файҙаланырға тәҡдим ителде», — тиелә агентлыҡ белдереүендә.
Рәсәйҙең башҡа аэропорттары ғәҙәттәгесә эшләй.