

- Себерҙән ҡайтып урынлашып йөрөйбөҙ әле, - тине Дилбәр ханым асылып китеп. - Тыуған ер онотолған икән. Ҡыйынһынып әйтәм инде - күсенеп киткәнгә егерме йылдан артҡан, кендек бауы өҙөлгән тиемме шунда...
Ирем Салауат менән яратышып өйләнештек. Мин дә, ул да Ҡазан йәштәре инек. Салауат ғаиләлә өсөнсө бала булһа, мин - атайым менән әсәйемдең берҙән-бер иркәһе. Бай ғаиләнән инем - атайым ул ваҡытта тегеү цехы тота, әсәйем туҡымалар менән һатыу итә. Икеһе бергә авиаһәләкәттә дөнъянан киттеләр.
Мин ҡайғынан һушыма килеп бөтмәгән инем әле - уларҙан ҡалған мал-мөлкәтте теркәү ваҡыты килеп етте. Ирем дә минән кәм ҡайғырманы - утыҙы ла тулмаған килеш сикә сәстәре ағарҙы. Минең ҡағыҙ-фәлән артынан йөрөргә ваҡытым юҡ ине, игеҙәк балаларыбыҙ менән өйҙә ултырған саҡ, нисектер әпән-төпән кәрәкле ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйып, ваҡытлыса һылтауы менән мөлкәтте иремдең атаһы исеменә яҙҙырҙыҡ. Бизнес тигәнебеҙ эшләй, аҡсаһы беҙҙең ғаиләгә ҡайтып торҙо. Ҡәйнәм менән ҡайным ул ваҡытта пенсияға сыҡҡандар ине инде.
Беҙ әсәйемдең әсәһенән ҡалған иҫке бер фатирҙа йәшәй инек, аҡса арттыра алғас, тағы бер фатирлы булдыҡ. Әммә уныһы ла ҡабат ҡайны исеменә яҙҙырылды. Ып-ысын йүләр һәм тинтәк булғанмындыр инде, ҡайҙа инде нисектер шикләнеү, мөлкәт тураһында ҡайғырыу! Бала үҫтереп ятыш бит!
Шулай тыныс ҡына йәшәп ятҡанда, миңә ата-әсәйемдән ҡалған эшмәкәрлектән аҡса килмәй башланы. Әле ул ваҡытта ла сәғәте-минуты менән саң ҡағыу юҡ, ваҡытлыса ҡыйынлыҡ тип һананыҡ.
Бер аҙҙан ҡайным менән ҡәйнәм минең ғаиләмә тейешле бар мөлкәттең үҙҙәренеке икәнен, бынан һуң беҙҙе туйҙырып ятмаясаҡтарын әйтмәһенме! Салауат бер көн эсендә ҡартайҙы - атаһы менән һөйләшеп ҡарауҙар ҙа, ыҙғышыуҙар ҙа бер ниндәй һөҙөмтә бирмәне. Минең бар булған мөлкәтемде, ата-әсәйемдән ҡалған аҡса килтереүсе эште, хатта беҙ алған фатирҙы ла кире бирмәйәсәктәрен әйттеләр.
Беҙ шулай итеп ярыҡ ялғаш алдында ҡалдыҡ. Ундағы күҙ йәштәре, ундағы өҙгөләнеүҙәр, бәргеләнеп илауҙарҙы әйтеп тә тормайым. Әле шуның өҫтөнә икенсегә ауырлы сағым. Ирем менән Себер яҡтарына күсенеп киткәндә мин бер генә һүҙ әйттем: «Рәхәтен күрмәгеҙ». Ул ваҡытта инде улар Салауатҡа ҡәҙәр тыуған ике ҡыҙҙарына һәр нәмәне тигеҙ бүлеп ҡуйған, тегеләре балда-майҙа йөҙөп кинәнә ине.
Төштәремдә йыш ҡына атайым менән әсәйемде күреп уяна инем. Улар миңә башһыҙлығым өсөн шелтә белдергәндәрме, юҡмылыр - әммә уларҙың ышығын мин барыбер тойҙом. Өсөнсө балабыҙ - игезәк малайҙарҙан һуң тыуған ҡыҙыбыҙға ике йәш тигәндә мин уҡытыусы булып эшкә сыҡтым, ирем шахтала эшләй башланы. Бер аҙҙан уны етәксе вазифаһына күтәрҙеләр, шаҡтай керемле эшкә күсерҙеләр. Мин балалар менән өйҙә генә ултыра башланым. Башта - барак, унан бер бүлмәле, унан - дүрт, унан затлы өй булдырҙыҡ. Әммә беҙҙең өйҙә берҡвакытта ла аҡса культы, уның өсөн сыҡҡан бәхәс булманы. Шулай уҡ Салауаттың Ҡазанда тороп ҡалған ата-әсәһе тураһында ла һүҙ ҡуҙғатылманы, уларҙың хәле менән ҡыҙыҡһыныу булманы.
Салауаттың оло апаһынан беренсе телеграмма беҙ күсенеп китеүгә ун йыл булгас килгән ине. Мәғәнәһеҙ ҡустыһын атай-әсәһенең хәлен белмәүҙә ғәйепләгән шелтә һүҙҙәре ине унда. Әлеге телеграмма нисек килеп керҙе, өйҙән шундай тиҙлек менән үк сығып та осто. «Минең атай-әсәйем юҡ», - тине Салауат. Бынан биш йылдар элек Ҡазан яғынан килгән танышыбыҙ аша беҙ йән өшөткөс хәбәр ишеттек: ҡайны менән ҡәйнә тейешле кешеләр ҡарттар йортонда, беҙҙән ҡалған мал-мөлкәт күптән елгә осҡан икән.
Бына шунан һуң беҙ ҡайтыу яғына ҡыбырлай башланыҡ. Әммә теләнем дә, ҡайттым да киттем түгел бит - балаларҙың ҡайһыһы ҡайҙа уҡый, ҡайһыһы ҡайҙа ғаилә булдырған тигәндәй. Игеҙәктәребезҙең береһендә инде ейәнебеҙ үҫеп килә, ҡыҙыбыҙ университетта уҡый, дүртенсе балабыҙ мәктәп тамамларға йыйына тигәндәй. Әммә атайыбыҙҙың ҡарары ныҡлы ине - балаларҙы аҡрынлап Ҡазанға күсерҙе - унда йорт һатып алды. Дөбөр-шатыр йыйынып ҡайттыҡ, ә бындағы мөхиткә эйәләп бөтөү, урынлашыу еңел булманы. Бер кем дә ҡолас йәйеп ҡаршы алманы, үҙебеҙҙе берәҙәктәр кеүек хис иттек...
- Иң мөһиме - ҡайны-ҡәйнә менән күрешеү, аңлашыу тураһында әйтмәнегеҙ?
- Ҡайтҡас белештек - Салауаттың оло апаһы трамвайҙа контролер булып эшләй, иренән айырылған, балаһы юҡ. Бәләкәй апаһының берҙән-бер малайы эскелеккә бирелгән, зонала ла булып ҡайтты, тинеләр. Фатирҙары бар, бәхеттәре юҡ, тигәндәй. Ҡайны менән ҡәйнәне бынан бер нисә йыл элек ҡарттар йортона урынлаштырғандар - береһе бәүелен тотмай, икенсеһе алмашына икән. Уларҙы ҡарауы ауыр, тип аңлатҡандар. Салауаттың апалары менән аралашҡаным юҡ - ирем генә һөйләшеп ҡайтты. «Һин һәм ҡатының ғына ҡарғаны беҙҙе», - тип илашҡандар. Ҡарттарҙы үҙегеҙ ҡарағыҙ ана, тип тә өҫтәгәндәр.
Мин уларҙы ҡарғаманым да, бәхетһеҙлек тә теләмәнем - әммә Хоҙай Тәғәлә үҙе тигеҙләй тигәндәренә ышанам. Атайым менән әсәйемдең ҡәберенә ҡайтҡаным юҡ ине - ундай гонаһым бар. Хәҙер мин улар янына йыш барып йөрөрмөн, балаларымды ла алып барам. Ә ҡәйнә менән ҡайны тигән кешеләрҙе мин белмәйем, ирем дә белергә теләмәй. Һәр кеше һәр аҙымы өсөн яуабын үҙе тота инде - беҙҙең улар менән аслыҡ-туҡлыҡ та, бәхет-шатлыҡ та һәр ваҡыт айырым булды. Һәм шулай булыр ҙа.
Фото: www.youtube.com
Сығанаҡ: shahrikazan.ru