

Ә бына Байғусҡар егете Илшат ҡул эштәре менән бала саҡтан ҡыҙыҡһына. Бәләкәйҙән ағастан төрлө һындар яһаған ул. Уның был оҫталығы атаһы һәм ҡартатаһынан күскән. Мәктәптә уҡыған саҡта ла яратҡан дәресе хеҙмәт дәресе була. Мәктәптән һуң да ул технология йүнәлешен һайлай. Сибай педагогия колледжында технология бүлегендә уҡый. Ҡулына диплом алған йәш белгес Садовый мәктәбендә яратҡан дәресенән балалар уҡыта. Артабан армияла хеҙмәт иткәс, Өфө ҡалаһында мебель етештереү менән шөғөлләнгән шәхси эшҡыуарҙа тәжрибә туплап, районға ҡайтып, 2007 йылда үҙ эшен аса. Байғусҡарҙа колхоздың һөт ҡабул итеү бинаһын ҡуртымға алып, эш башлай. Ата-әсәһе лә улдарының эшендә ярҙам итәләр. Иң башта өҫтәл, һандыҡ, кухня зонаһынан башлаһа, бөгөнгө көндә Илшат Вәкил улы заказ буйынса теләгән йыһазды эшләй ала.
Замандаштарыбыҙҙың уңыш сере күпселек осраҡта эште күңел һалып башҡара белеүенә бәйлелер. Ундайҙар ниндәй генә һөнәргә эйә булһа ла юғалып ҡалмай, үҙ бейеклектәрен яулай. Ябай ағас киҫәгенән күҙҙең яуын алырҙай әйберҙәр яһаған кешеләргә һоҡланмау мөмкин түгел. Ғәҙәттә, уларҙы “алтын ҡуллы” тип йөрөтәләр, һоҡланып йә аптырап, “ағас ене ҡағылған” тип тә ебәрәләр.
–2011 йылда район үҙәгенә күстек, сөнки ауылдан баҙарҙарға мебель ташыуы ауыр булды. Өй һалып, хужалыҡ тауарҙары магазинын астыҡ, ихатала цех булдырып, заманса станоктар һатып алдыҡ, –ти эшҡыуар.
Илшат Вәкил улы эшҡыуарлыҡ йүнәлешен асыу өсөн маҡсатлы программала ҡатнашып, 300 мең һум субсидия аҡсаһына 2013 йылда тимерҙән әйберҙәр етештереү цехын булдыра.
Мебель эшләү – һәр кемдең дә ҡулынан килмәгән етештереү йүнәлешелер ул. Сөнки был алыпһатарлыҡ ҡына түгел, уның өсөн оҫта ҡулдар кәрәк. Хәҙер яңы йорттар күп төҙөлә, кеше өйөндә интерьерҙы ла үҙгәртмәй тормай. Шуға күрә заказсы үлсәме менән яһалған мебелгә һорау арта. Кеше бит яҡшыһын эҙләй, сифатлыһын алырға тырыша. Аҡъяр ауылы вокзалы территорияһында урынлашҡан "Аҡъяр мебель" магазинында барыһын да күрергә, барыһын да белергә була.
Илшат Игебаевты белмәгән кеше юҡтыр. Райондаштарын ғына түгел, яҡын-тирә төбәктәрҙең дә халҡын зауыҡлы йорт йыһаздары менән ҡыуандыра ул. Үҙҙәренең өйөндә лә магазиндан һатып алынғанын күрмәҫһең: өҫтәлдәре лә, ултырғыстары ла, бүлмә-ара ишектәре лә, тәҙрә гардиндары ла, кухня гарнитурҙары ла үҙ ҡулдары менән эшләнгән.
–Мебель материалдарын Сибай, Магнитогорск һәм Өфө ҡалаларынан алабыҙ. Халыҡ башлыса алғы бүлмә йыһаздары, шкафтар, аш-һыу бүлмәһе гарнитуры, карауат, өҫтәлдәргә өҫтөнлөк бирә. Арзан материалдар һатып алып, халыҡты алдамайбыҙ. Беҙҙең өсөн иң мөһиме – мебелдең сифаты. Үҙебеҙҙең абруйҙы, бәҫте төшөрөргә, брендты юғалтырға ярамай. Заказдарҙы кешенең теләгенә тап килтереп, үҙемдең фантазияма таянып эшләргә тырышам. Клиенттарҙың төрлөһө була. Уларҙың теләгенә тап килтереп эшләйбеҙ, – ти Илшат Вәкил улы.
Эшҡыуарҙы бөтә яҡлап ҡатыны Гөлсөм Игебаева илһамландыра һәм ярҙам итә, уның кәсеп-шөғөлөн хуплай.
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ: бөгөнгө көндә Илшат Игебаев туризм буйынса ла шөғөлләнә, “География” туристик агентлығы аша эшләй. Әйткәндәй, 89279664510 телефоны буйынса шылтыратып, турҙар хаҡында белешергә мөмкин.
Ауылда йәшәгән кешегә бер һөнәр эйәһе генә булыу килешмәй шул. Хәйер, ауылда күптәр тырышып донъя көтөргә тырыша. Шулай, ҡасандыр бала саҡта ябай ҡыҙыҡһыныу, яратҡан шөғөл генә булған йүнәлеште лә кәсепкә әйләндереп, килем алырға мөмкин.
–Кешенең ҡулынан килмәгән эш юҡ, теләктән тыш, тырышлыҡ та, елкә лә кәрәк, – тиҙәр Игебаевтар ғаиләһе.
–Беҙ һеҙҙе Аҡъяр ауылының Көнсығыш урамында урынлашҡан "Аҡъяр мебель" магазинында көтөп ҡалабыҙ. Шулай уҡ, 8-927-333-57-40 телефон һандары аша заказ яһарға мөмкин, – ти Илшат Вәкил улы.