ЙӘМҒИӘТ
1 Август 2022, 04:51

Наҙымды етемгә бүләк иткән булһам...

Ирҙәргә һау ҡатындар ғына кәрәк тигәндәре дөрөҫтөр, күрәһең...

Наҙымды етемгә бүләк иткән булһам...Наҙымды етемгә бүләк иткән булһам...
Наҙымды етемгә бүләк иткән булһам...
“Бәлә уйламағанда килде. Һәүетемсә генә йәшәп яталар ине әле. Көтмәгәндә Әлимәне ҡәһәрле инсульт аяҡтан йыҡты. Былтыр йәй томра эҫе булды бит. Көнө буйы ҡояш нурҙарынан уттай ҡыҙған ҡаланың таш йорто хатта төнөн дә һыуынманы. Фатирҙары беренсе ҡатта булып, тәҙрәләрен ағастар ышыҡлап торһа ла, ныҡ тынсыу ине был иртәлә. Шул көндә тора алманы ла ҡуйҙы, һуңғы йылдарҙа ҡан баҫымы уғата һикергеләп торҙо шул... Табиптар дауаханаға ятырға кәрәк, тигәнде лә тыңламаны. Фәһимен яңғыҙын ҡалдырғыһы килмәне.
Ә бына хәҙер үҙе кеше көнлө булды ла ҡалды. Ярай әле, һеңлеләре аш, башҡа ризыҡтар бешереп килтереп тора, кәрәкле уколын да ҡаҙайҙар, йыуындырып китәләр. Әммә уларҙың да үҙ ғаиләһе, үҙ донъяһы тигәндәй. Нисек йүгереп килеп инәләр, шулай тиҙ сығып та китәләр. Аңлай уларҙы Әлимә, эшләп йөрөйҙәр бит. Етмәһә, йәштәре лә бара, арыйҙарҙыр. Еҙнә ҡараһын беҙ юҡта, гел генә килеп йөрөп булмай бит, тип әйткеләгәндәре лә бар. Ә Фәһиме үҙе бала кеүек...
Хоҙай бала бағыу бәхете бирмәне Әлимәгә. Ике тапҡыр буйға уҙҙы ул. Беренсеһе тыуғас та үлде, икенсеһендә саҡ үҙен ҡотҡарып ҡалдылар. Табиптар йәшәгең килһә, башҡа балаға уҙма, тип ҡәтғи әйткәс, төңөлдө. Бар хистәрен, наҙын иренә - Фәһименә бирҙе. Бала бушлығын ире яуланы.
Юғын бар итте, фатирын да йүнләне, аҡсаһын да тапты Әлимә. Тегенеһенә лә был тормош оҡшай ине. Етмәһә, Әлимәнән кесерәк тә булғас, тамам ошо тормошҡа яраҡлашып алды. Рәхәт тә инде, бер нимәгә ҡайғыраһы түгел, ҡатыны тапҡан, бешергән, йыуған, үтекләгән, кейҙергән. Эштән ҡайтып диванға йәйелеп ятыуҙан башҡаны белмәне. Тора-бара эшһеҙлектән һыра һемерергә әүәҫләнеп алды...
Хәҙер килеп, тормош бындай боролош алғас, шаңҡып ҡалды ир. Әлимәһенең берәй ваҡыт ауырып китеүе бар, тигән уй башына бер ваҡытта ла килгәне булманы. Һыра шауҡымынанмы, бәхетем булманы инде минең, тип илап ултырыуҙан башҡаны белмәне. Магазиндан колбаса кеүек әҙер ризыҡ алып ҡайтып ашап, һыра эсеп йоҡлауҙары йышайҙы. Ҡайһы бер көндәрҙә һыуытҡысҡа туғандары бешереп ҡуйып киткәнде лә йылытып бирмәне...
Аяҡтан йығылғас, бер сынаяҡ сәйгә зар-интизар булып ултырған сағында үткән ғүмерен күҙ алдынан үткәрә Әлимә. Ирҙәргә һау ҡатындар ғына кәрәк тигәндәре дөрөҫтөр, күрәһең. Ни эшләп кенә, балаң булмай тигәстәре, сабыйҙар йортонан берәй ҡыҙ балаға әсәлек хистәрен бүләк итмәнем икән, тип күҙ йәштәренә төйөлә ул.
Эх, яҙмыш, әсе лә була ҡайһы саҡ, Ер шарын кирегә әйләндереп булмай шул, ни тиклем генә үкенесле булмаһын”.
 
(Өфө ҡалаһында йәшәгән ҡатындың яҙмышы).

Фото: lifecaremobility.ca

Автор:Миләүшә Сайтакова.
 
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-08-01/na-ymdy-etemg-b-l-k-itk-n-bul-am-2893856
Автор:
Читайте нас