

Быйыл урман-ҡырҙарҙа йылан күп. Хәбәр итеүҙәренсә, Хәйбулла районынан – ике, Йылайырҙан бер кешене ҡара йылан саҡҡан.
Ағыулы ҡара йыланды зыянһыҙ ғәҙәти туҙбаштан һары таптарына ҡарап айырырға мөмкин. Әгәр йыландың башының артҡы өлөшөндә ике һары йәки аҡ тап булһа, был – туҙбаш. Ә инде йыландың башы һәм тәне бер төҫтә, ҡара йәки көрән икән, тимәк, ул - ағыулы ҡара йылан.
Әгәр кеше үҙе ҡағылмаһа, йылан бик һирәк осраҡта ғына һөжүм итә.
Шуға күрә тәбиғәткә сыҡҡанда иғтибарлы булығыҙ. Ялан аяҡ һыуға керер йә ҡуйы үлән араһына ҡулды тығыр алдынан, шикле урынды оҙон таяҡ менән ҡапшағыҙ. Әгәр йылан күрһәгеҙ, ҡырҡа хәрәкәттәр (айырыуса уның яғына табан) яһамағыҙ, уға тыныс ҡына үтеп китергә бирегеҙ. Хатта ул инде йомарланып, ыҫылдаһа йәки һеҙҙең яҡҡа һонолһа ла, беренсе мөмкинселектә үк ул йәшеренергә тырышасаҡ.
https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2022-07-27/yylandan-a-buly-y-2887131