

Ир эсһә ярты донъя яна, ҡатын-ҡыҙ эсһә бөтә донъя, тиҙәр бит. Танышымдың ҡатыны эсте, ныҡ мауыҡты шул нәмә менән. Барлыҡ тормош йөгө ирҙең өҫтөндә: балаларҙы ҡарау, ашатыу, хужалыҡты тотоу, өйҙө бағыу. Һәммәһенә үҙе ир үҙе ҡатын. Әммә уның хәләл ефетен яманлағанын һис ҡасан күрмәнем, ишетмәнем, тик бер тапҡыр ғына уфтанғандай итте: “Эсеп алһа мине әрләй-әрләй йоҡлап китә лә иртәгеһен иртәнсәк илай-илай ғәфү үтенә. Айыҡ саҡта шул тиклем дә һәйбәт кеше ул, наҙлы, хәстәрлекле, йомшаҡ һүҙле. Эшлекле лә. Шул эсеүе үҙәккә үтә, ҡайһылай итәһең инде ауырый бит, төҙәлә алмаҫлыҡ кимәлдә сирләй…”
Ирҙең йәш саҡта дуҫлашып йөрөгән ҡыҙы булған икән. Ул уны эскелек донъяһынан йолоп алыу маҡсатында бер нисә тапҡыр ауылға килгән дә. Яңғыҙаҡ ҡатынды үҙем дә күрҙем: сибәр, тәрбиәле, машина йөрөтә, матур кейенә, күрәһең дә яҡшы урында эшләйҙер, ныҡ етеш йәшәйҙер. Ҡайта-ҡайта күренә лә маҡсатына өлгәшә алмай ҡайтып китә икән был.
Танышым менән һөйләшеп ултырғанда ул әйтә ҡуйҙы:
- Теге йәшлек мөхәббәтем тағы килде бит әле. Мине алып ҡайтырға…
- Нимә тип яуап биреп кире борҙоң инде?
- “Тәүге ҡатын Алланан, икенсеһе шайтандан, тиҙәр бит, һин иблес илсеһе булма инде, йәме, - тинем, - сөнки яҡшымы-яманмы Хоҙай бүләк иткән беренсе ҡатыным бар. Минһеҙ ул ҡалайта, харап була, юҡҡа сыға бит!..”
Ирҙәрҙе яманлаған хәбәр ишетһәм гел генә шул, ҡатынына тоғро ир иҫемә килә лә төшә.