ЙӘМҒИӘТ
27 Июль 2022, 05:34

Пенсионерҙарға яңы түләүҙәр бирелә башлай

Аҡса бер юлы бер нисә категория граждандарға күсереләсәк. Ул 27 июлдән бирелә башлай. 

Пенсионерҙарға яңы түләүҙәр бирелә башлайПенсионерҙарға яңы түләүҙәр бирелә башлай
Пенсионерҙарға яңы түләүҙәр бирелә башлай

Пенсионерҙарға 27 июлдән счетҡа керәсәк яңы аҡсалата түләүҙәр тураһында һөйләнеләр. Бындай күсереүҙәрҙең күләме ҙур булмаясаҡ әммә ундай аҡсалар артыҡ булмаясаҡ. Ә бер юлы бер нисә өлкән йәштәге граждандар категорияһына иҫәп тота ала, тип хәбәр итә PRIMPRESS.

Халыҡты социаль яҡлау белгестәре һөйләүенсә, тиҙ арала бер нисә дәрәжәле категорияға кереүсе пенсионерҙар өҫтәмә ярҙам ала аласаҡ. Мәҫәлән, һүҙ хеҙмәт ветераны исеменә эйә булыусылар тураһында бара. Бындай исем федераль дәрәжәлә лә, төбәктәр дәрәжәһендә лә бирелә.

Федерацияның күп кенә субъекттарында бындай пенсионерҙар пенсияға өҫтәмә аҡса алырға хоҡуҡлы. Мәҫәлән, Ленинград өлкәһендә төбәктең хеҙмәт ветераны исеменә эйә булыусыларға 820 -әр һум аҡса түләйҙәр. Август айы өсөн уларға бындай аҡсалар 27 июлдән уҡ килә башлаясаҡ.

Шулай уҡ был датанан башлап, белгестәр әйтеүенсә, тыл хеҙмәтсәндәре һәм сәйәси репрессия ҡорбандары категорияһына инеүсе пенсионерҙар өсөн түләүҙәр күсерелә башлай. Улар өсөн пособие күләме 649 һум тәшкил итәсәк. Ә аҡса шулай уҡ автомат рәүештә банк картаһына киләсәк.

Бынан тыш, аҡса һуғыш осоро балалары тип танылған кешеләргә лә күсереләсәк. Был Бөйөк Ватан һууышы ваҡытында 18 йәше тулмаған пенсионерҙар. Бындай граждандар иҫәбенә 1927 йылдың 3 сентябренән 1945 йылдың 3 сентябренә ҡәҙәр тыуғандар керә. Шулай уҡ Ленинград өлкәһендә уларға 649 һум аҡса һалынған. Был аҡсалар ҙа уларға 27 июлдән күсереләсәк.

 

https://dimbuizary.ru/articles/novosti/2022-07-26/pensionerlar-a-ya-y-t-l-r-birel-bashlay-2886476

Автор:
Читайте нас