ЙӘМҒИӘТ
8 Июль 2022, 05:01

Баймаҡ районында республиканың ҡымыҙ бешеү оҫталарын һайлайҙар

Баймаҡ районында ҡымыҙ бешеүселәрҙең республика конкурсы ойошторола.

Баймаҡ районында республиканың ҡымыҙ бешеү оҫталарын һайлайҙарБаймаҡ районында республиканың ҡымыҙ бешеү оҫталарын һайлайҙар
Баймаҡ районында республиканың ҡымыҙ бешеү оҫталарын һайлайҙар

Баймаҡ районында ҡымыҙ бешеүселәрҙең республика конкурсы ойошторола.

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының тейешле бойороғо рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Был конкурс башҡорт тоҡомло аттар фестивале барышында үткәрелә, аныҡ көнө әлеһә билдәһеҙ.

Конкурста ҡатнашыусылар ике этапта баһалана: тәүҙә ҡымыҙ бешеүсенең теоретик белеме тикшерелә, һуңынан эсемлектең сифатына баһа бирелә.

Кем күберәк балл йыйған, шул еңеүсе тип таныла.

Конкурста иң өлкән ҡатнашыусы, иң йәш ижади ҡатнашыусы, продукцияны үҙенсәлекле итеп биҙәгән өсөн бүләктәр һәм тамашасылар һөйөүе призы ҡаралған.

 

Автор:Розалиә Вәлиева.
https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-07-07/bayma-rayonynda-respublikany-ymy-beshe-o-talaryn-aylay-ar-2866620
Автор:
Читайте нас