ЙӘМҒИӘТ
4 Июль 2022, 06:44

Атайҙар конкурсында ҡатнашырға теләһәгеҙ

“Атай даны” наградаһы тип исемләнгән республика конкурсына ғаризаларҙы ҡабул итеү 1 авгусҡа тиклем оҙайтыла. Был турала Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Атайҙар конкурсында ҡатнашырға теләһәгеҙАтайҙар конкурсында ҡатнашырға теләһәгеҙ
Атайҙар конкурсында ҡатнашырға теләһәгеҙ

“Атай даны” наградаһы тип исемләнгән республика конкурсына ғаризаларҙы ҡабул итеү 1 авгусҡа тиклем оҙайтыла. Был турала Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Конкурс быйыл өсөнсөгә ойошторола. Йәмәғәт наградаһы ғаилә институтын нығытыу, балалар үҫтереүсе, сәләмәт тормош алып барыусы, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлаусы, үҙ районының, ҡалаһының һәм Башҡортостан Республикаһының йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыусы атайҙарҙың абруйын күтәреү өсөн булдырылған.

Конкурста балаларын (шул иҫәптән уллыҡҡа йәки тәрбиәгә алынғандарын) лайыҡлы тәрбиәләүсе, Башҡортостанда кәмендә биш йыл даими йәшәүсе Рәсәй граждандары ҡатнаша ала.

Бәйгене ойоштороусы – Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы. Еңеүселәр Атайҙар көнөн байрам иткәндә - октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә бүләкләнәсәк.

Йәмәғәт наградаһына тәҡдим итеү хаҡында материалдарҙы 2022 йылдың 1 авгусына тиклем Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының электрон адресына ебәрергә мөмкин: oprb2011@mail.ru

Фото БР Ғаилә, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтынан.

Автор:Альмира Кирәева.
 
https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2022-07-01/atay-ar-konkursynda-atnashyr-a-tel-ge-2859742
Автор:
Читайте нас