ЙӘМҒИӘТ
16 Июнь 2022, 09:51

Уңған ғаилә – ауыл ҡото

Комсомол ауылында йәшәүсе Фәнил һәм Гөлназ Әлибаевтар өлгөлө ғаилә булараҡ, ауылдаштарының ихтирамын ҡаҙанған.

Уңған ғаилә – ауыл ҡотоУңған ғаилә – ауыл ҡото
Уңған ғаилә – ауыл ҡото

Фәнил һәм Гөлназ Әлибаевтар 35 йыл иңгә-иң терәп тормош һуҡмағынан бергә атлайҙар. Ике ул һәм ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына сығарғандар. Әле балалары ғаиләләре менән үҙ аллы донъя көтәләр. Ял һайын алмашлап килеп, атай-әсәйҙәренең хәлен белеп, ярҙамлашып торалар. Фәнил Нурғәле улы 30 йылға яҡын ветеринар булып эшләй. Сиҙәм ауыл биләмәһенә ҡараған биш ауылды хеҙмәтләндерә.Тәжрибәле белгес үҙенә эшенә яуаплы ҡарай. Гөлназ Зиннәтулла ҡыҙы әле хаҡлы ялда.

Егәрле ғаилә күпләп мал аҫрайҙар, ҡош-ҡорт тоталар, баҡса үҫтерәләр. Ғаилә башлығы ҡымыҙсылыҡ менән дә шөғөлләнә.  

 

Мәҡәләне тулыраҡ гәзитебеҙҙең 21-се һанында уҡығыҙ.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас