

Эскелек – бөгөнгө көндә иң көнүҙәк проблемаларҙың береһе. Ошо афәт арҡаһында күп ғаиләләр тарҡала, атай йә әсәй кеше эскелектән үлеп китә, балалар етем ҡала. Эскелек менән мауыҡҡан ата-әсәләр ата-әсәлек бурыстарын тейешле кимәлдә үтәмәйҙәр, өйҙәрендә тәғәм ризыҡ, кейерҙәренә йүнле кейем булмай, балалар күп осраҡта ҡарауһыҙ ҡалалар, өйҙәренә ут яғылмау сәбәпле, өшөп ултыралар. Ололар тарафынан тәрбиә, ҡарау булмағас, үҙаллылыҡҡа бирелгән балалар сәбәпһеҙ дәрес ҡалдырыуҙы ғәҙәт итә, төндә урамда йөрөй, эш боҙа.
Районда социаль яҡтан имен булмаған ғаиләләр менән ниндәй эш алып барылыуы тураһында мәҡәләне әҙерләгәндә Ғаилә хеҙмәте белгесе булып эшләгән, әле Аҡъяр ауылының балалар һәм үҫмерҙәр социаль приюты мөдире вазифаһын башҡарыусы Филүзә Ишемғолова мәғлүмәт бирҙе.
Һуңғы ике йылда районда 70-кә яҡын ҡатын-ҡыҙ эсеүенән арынған
Ғаилә хеҙмәтендә йыл дауамында 100-ҙән ашыу социаль яҡтан имен булмаған ғаилә иҫәптә тора. Был һан өс ай һайын үҙгәреп тора. Берәүҙәрен иҫәпкә ҡуйһаҡ, икенселәрен төшөрәбеҙ. Уларҙың күпселеген алкоголизм менән ауырыған ғаиләләр, айырыуса эскелек менән мауыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙар тәшкил итә. Беҙгә төрлө органдар, ойошмалар эскән ғаиләләр тураһында мәғлүмәт ебәрәләр һәм беҙ уларға сығабыҙ. Агрессия күрһәтеүселәргә полиция, ауыл биләмәһенең эштәр идарасыһы менән бергә барырға тура килә. Әгәр инде был ғаилә аяныслы хәлдә булһа, ата-әсәһе дауаланғансы опека бүлеге балаларын приютҡа тапшырырға мәжбүр була. Беҙ балиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия, район хакимиәтенең хәстәрлек һәм ҡурсалау бүлеге менән берлектә эш алып барабыҙ. Бергәләп алкоголизм менән ауырыған атай-әсәйҙәр, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар эскелеге менән көрәшәбеҙ. Әлбиттә, эскелек һаҙлығынан сығырға кешенең үҙ теләге булырға тейеш, кире осраҡта һөҙөмтә булмаясаҡ. Беҙ күпме һөйләшһәк тә, ниндәйҙер саралар күрһәк тә файҙаһы булмай. Көсләп дауалаған хәлдә лә, ул кире эскелек юлына баҫасаҡ. Һуңғы ике йылда 70-кә яҡын ҡатын-ҡыҙ нарколог ярҙамында эсеүен ташланы. Уларҙың алтауһы кире эсһә лә, башҡалары айыҡ тормошта йәшәй.
“Минең ғаиләм” республика проекты
“Минең ғаиләм” республика проекты 2019 йылдың сентябрендә старт алып, беҙ декабрҙә эш башланыҡ. Проекттың маҡсаты -- алкоголизмдан яфаланған ғаиләләргә ярҙам итеү һәм ата-әсәле балаларҙың етемлегенә юл ҡуймау. Проекттың асылы -- проблемалы ғаиләләрҙе алкоголизмдан комплекслы дауалау, ғаилә ағзаларының һәммәһендә лә эскелеккә негатив мөнәсәбәт формалаштырыу. Дауалау граждандарға бушлай медицина ярҙамы күрһәтеү дәүләт гарантиялары программаһы саралары иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Проект сиктәрендә 2020 йылда 7, былтыр 3, быйыл 2 кеше “Яҡты юл” реабилитация үҙәгенә барып ҡайтты. Әле унда 2 кеше. Был үҙәккә беҙҙең ҡарамаҡта, наркологта иҫәптә торған ғаиләләрҙе ебәрәбеҙ. Унда барыусылар менән ике-өс ай дауамында психологтар һәм психотерапевтар шөғөлләнә. Дарыуҙар менән дауаламайҙар. Был үҙәктә булыусыларҙың донъяға ҡарашы үҙгәреп, артабан йәшәүгә көс-дәрт алып ҡайталар. “Яҡты юл” реабилитация үҙәгенә ебәреп, ҡатын-ҡыҙҙарҙы эскелектән арындырыу буйынса беҙҙең район алдынғылар рәтендә.
Мәҡәләне тулыраҡ гәзитебеҙҙең 23-сө һанында уҡығыҙ.