ЙӘМҒИӘТ
10 Июнь 2022, 10:25

Аҡ халатлылар хөрмәтенә аллея буласаҡ

Хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә вафат булған медицина хеҙмәткәрҙәре хөрмәтенә Өфөлә Медицина ҡаһарманлығы аллеяһын төҙөү башланды. Ул Республика клиник дауаханаһы территорияһында урынлашасаҡ.

Аҡ халатлылар хөрмәтенә аллея буласаҡАҡ халатлылар хөрмәтенә аллея буласаҡ
Аҡ халатлылар хөрмәтенә аллея буласаҡ

Хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә вафат булған медицина хеҙмәткәрҙәре хөрмәтенә Өфөлә Медицина ҡаһарманлығы аллеяһын төҙөү башланды. Ул Республика клиник дауаханаһы территорияһында урынлашасаҡ. Ошонда уҡ Башҡортостандың тәүге һаулыҡ һаҡлау наркомы Ғүмәр Ҡыуатовҡа бюст ҡуйыласаҡ.

Аллея булдырыу хаҡында ҡарар былтыр ноябрь айында уҡ ҡабул ителгәйне. Уның оҙонлоғо 200 метр тәшкил итәсәк. Достоевский урамындағы йәйәүлеләр юлын төҙөкләндереү менән һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин танышты, тип хәбәр итә министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте.

- Табиптарға арналған һәйкәлдән тыш, бында эскәмйәләр ҡуйыласаҡ, кардиокүнекмәләр өсөн “юл” һәм ҙур булмаған амфитеатр булдырыу планлаштырыла, – ти дауахананың баш табибы Шамил Булатов.

Аллеяның коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәштә ғүмерҙәре өҙөлгән медицина хеҙмәткәрҙәренә арналыуын билдәләп үтәбеҙ.

Фото "Башинформ"дан алынды.

 

Автор:Альмира Кирәева.
 
https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2022-06-09/a-halatlylar-h-rm-ten-alleya-bulasa-2836022
Автор:
Читайте нас