

Илшат һәм Изида Булатовтар Вәлит ауылының иң уңған ғаиләләренең береһе. Уларҙың үҙ тырышлығы менән һалып сыҡҡан йорттары әллә ҡайҙан балҡып, ауылға йәм биреп ултыра. Юҡҡа ғына уларҙа “Өлгөлө йорт” тигән яҙыу тормайҙыр.
Булатовтарҙың татыу ғаиләһе бынан 29 йыл элек барлыҡҡа килгән. Бер-береңә мөхәббәт, ихтирам хөкөм иткән ғаиләлә наҙ һәм һөйөүгә сорналып, береһенән-береһе матур өс ҡыҙ буй еткергән. Ояһында ни күрһә, осҡанында, шул була тигәндәй, балалары ла атай-әсәйҙәренә оҡшап уңғандар, эшһөйәрҙәр. Әле өлкән ҡыҙҙары Гөлсөм һәм Гөлдәр кейәүгә сығып, Өфө ҡалаһында үҙ аллы донъя көтәләр. Бәләкәйҙәре Ләйсән мәктәптә уҡый. Ейән-ейәнсәрҙәр ҡартатай менән өләсәйҙең көтөп алған ҡунағы. Әле ғаилә башлығы “Башҡорт баҡыры” йәмғиәтендә, ә хужабикә ауыл клубында эшләй.
Мәҡәләне тулыраҡ гәзитебеҙҙең 21-се һанында уҡығыҙ.