ЙӘМҒИӘТ
1 Июнь 2022, 08:51

КҮП НӘМӘМ ЮҠ, АЛЛАҒА ШӨКӨР!

Миңә бер инәй оҡшаны. Үҙенең проблемаларын һанай-һанай хәсрәткә сумып ултырған ҡатынға бик шәп яуап бирҙе ул. — Минең ярҙам иткәндәй туғандарым да, дуҫтарым да, ирем дә юҡ. Эш хаҡым бәләкәй генә. Өйөм дә иҫке. Яңыһын ала алмайым. Хәҙер олоғайып барыла, йәшәүҙең бер ҡыҙығы юҡ, - тип һөйләнде урта йәштәрҙәге ҡатын автобуста эргәһендә ултырып барған әбейгә. — Эй күп нәмәң юҡ икән шул балам, - тип күңелһеҙ генә йылмайҙы тегеһе. – Әле һанап бөтмәнең һин юҡ нәмәләреңде... Ҡатын аптырап башын күтәрҙе лә һораулы ҡарашын әбейгә төбәне.

КҮП НӘМӘМ ЮҠ, АЛЛАҒА ШӨКӨР!КҮП НӘМӘМ ЮҠ, АЛЛАҒА ШӨКӨР!
КҮП НӘМӘМ ЮҠ, АЛЛАҒА ШӨКӨР!

— Йүнәлмәҫлек ауырыуың юҡ. Был бер. Миллионлап бурысың юҡ. Быныһы ике. Инвалидлығың юҡ. Өс.Түшәктә ятып һинән тәрбиә көткән ауырыу ирең, туғандарың юҡ... Арҡаңда көмөрөң юҡ...

Ҡатын көлөп ебәрмәһә артабан да һанауын дауам итер ине ул.

— Күп нәмәң юҡ һинең, Аллаға шөкөр! - тип һүҙен йомғаҡланы инәй. - Кәрәкмәй ҙә... Ҡалғандарын эшләп табырға мөмкин. Килеп сыҡмай икән – уларһыҙ ҙа йәшәп була. Ҡайғы, ауырыу бирмәһен тип телә. Иң мөһиме – тере һәм сәләмәт булыу. Шул үҙе генә лә бик яҡшы!
Рәхимә Мусина.

 

Автор:Гульдар Кадаева.
https://ataisal.com/articles/t-rbi/2022-05-30/k-p-n-m-m-yu-alla-a-sh-k-r-2822419
Автор:
Читайте нас