Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Май 2022, 15:06

Улар алдында ут та баш эйә

Кәрәккәндә зыян күреүсегә беренсе ярҙам күрһәтерлек табип өлгөрлөгө, ғәҙәттән тыш хәлдәр сыҡҡан осраҡта ысын хәрбиҙәр, полиция хеҙмәткәрҙәренә хас физик ныҡлыҡ, айыҡ аҡыл талап ителә был һөнәр эйәләренән. Үҙ ғүмерен аямайынса, утҡа ташланырға хеҙмәт бурысы ғына түгел, намыҫ этәрә уларҙы. Бына ни өсөн янғын һүндереүселәр араһында осраҡлы кешеләр юҡ.

Улар алдында ут та баш эйә
Улар алдында ут та баш эйә

Айҙар Зөфәр улы сығышы менән Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районынан. Мәктәпте тамамлағас, Өфө дәүләт авиация-техник университетына уҡырға инә. Әммә 3-сө курстан һуң, автотранспорт колледжына күсеп, уҡыуын шунда дауам итә. Артабан мәҡәлә геройым Аҡъяр һылыуы Гөлшат Фаяз ҡыҙы менән ғаилә ҡороп, Өфөлә йәшәйҙәр.
–Баш ҡалала төрлө ерҙә эшләргә тура килде. Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә биш йыл эшләп, 2013 йылда янғын һүндереүсе булып эш башланым. Биш йыл тәжрибә туплағас, Аҡъярҙа эшкә урынлаштым, – ти Айҙар Зөфәр улы. 2019 йылдан бөгөнгө көнгә тиклем – 4-се ҡарауыл бүлеге начальнигы ул.
Янғын һүндереүселәрҙе эшкә нисек һайлап алалар, тигән һорауыма, ул: “Беҙҙә талаптар бик ҡаты. Шуға күрә, дөрөҫөн әйткәндә, беҙгә эшкә урынлашҡыһы килгән 40 кешенең бары тик 10-һы ғына хеҙмәткә яраҡлы тип табыла", – тип яуапланы.
–Ғәҙәти бер эш көнөгөҙ тураһында һөйләгеҙ әле, – тип ҡыҙыҡһындым әңгәмәсемдән.
–Янғын һүндереүсе үҙенең тормошон был һөнәр менән бәйләгән икән, тимәк, ул намыҫ ҡушыуы буйынса эшләгән. Эшебеҙ физик яҡтан да, психологик яҡтан да ауыр. Сөнки кеше ғүмере һәм мөлкәте өсөн көрәшәбеҙ. Янғын осрағында хеҙмәттәштәрем менән бер-беребеҙгә иңгә-иң ҡуйып ярҙам итәбеҙ.
Эшкә килеү менән махсус формаларҙы кейеп, сафҡа теҙеләбеҙ. Ҡыҫҡаһы, хәрби көн тәртибе, һалдат тормошондағы кеүек бөтә нәмә ҡәтғи. Саҡырыу булһа, мөмкин ҡәҙәр тиҙерәк объектҡа ашығаһың. Һуңынан авария -ҡотҡарыу ҡорамалдары төҙөклөгөн, янғын ваҡытында кейә торған махсус формаларҙың әҙерлеген тикшерәбеҙ. Машиналарҙы әҙерлек сафына ҡуябыҙ. Унан һуң беҙҙең шәхси әҙерлек буйынса уҡыуҙар башлана. Нормативтарҙы үтәү, физик әҙерлек буйынса практик дәрестәр үткәрелә, –тине ул.
–Эшегеҙ хәүефле, ут бер кемде лә аямай. Ғәҙәттән тыш хәл осрағында ниндәйҙер ҡурҡыу хисе буламы?– тигән һорауҙы бирмәй булдыра алманым.
–Ҡурҡыу тойғоһо кешене бер ҡасан да ташламай. Сөнки ул тәбиғи хис. Йылдар уҙған һайын уның төрө генә үҙгәрә. Стресҡа ҡаршы иммунитет барлыҡҡа килә, һалҡын ҡанлылыҡ арта. Кеше был һөнәрҙе һайлаған ваҡытта уҡ хәүеф һәм фажиғәләр эсендә ҡайнаясағын аңларға тейеш. Яңы эшләй башлаған ваҡытта уҡ янғын һүндереүҙең уйын эш түгеллеген аңлайһың. Хәҙер, иң беренсе сиратта, командам өсөн ҡурҡам. Уларҙың һәр береһенең өйҙәренә, ғаиләләренә имен ҡайтыуы өсөн яуаплымын. Минең командала бөтәһе үҙем менән ете кеше: янғын һүндереүсе, диспетчер, водителдәр – һәр береһе үҙ эшенә яуаплы ҡарай, иңдәренә йөкмәтелгән бурысты намыҫ менән үтәй,–тип яуапланы Айҙар Зөфәр улы.
–Эш тәжрибәгеҙҙә иң ауыр осраҡтарҙы иҫкә төшөрәйек әле. Янғындар күбеһенсә ниндәй сәбәптәр арҡаһында килеп сыға? – тип ҡыҙыҡһынам.
–Һәр янғын, үҙенсә ауыр, үҙенсә ҡурҡыныс. Мәҫәлән, янғындан үлем осраҡтары, шулай уҡ бойҙай сәселгән баҫыуҙарҙың шаулап яныуы, шулай уҡ юл һәләкәттәрендә автомобилдән кешеләрҙе сығарыу ауыр тәьҫораттар ҡалдыра. Уларҙы һанап бөтөрөп булмай.
Иң беренсе сиратта, янғын сығыуға кеше үҙе ғәйепле. Электр приборҙарын дөрөҫ ҡулланмау, шулай уҡ күпселек янғындар алкоголде саманан тыш ҡулланыу, ут менән һаҡ эш итмәү арҡаһында сыға. Шуға күрә, һәр бер өйҙә ут һүндергес, янғынды иҫкәртеүсе прибор булырға тейеш. Беҙҙең өйҙә балаларға ла хәүефһеҙлек сараларын күптән өйрәтеп, улар менән һөйләшеү алып барам, – ти мәҡәлә геройым.
Эше генә түгел, тормошо ла уң Айҙар Сыртлановтың. Өлгөлө ғаилә башлығы Гөлшат Фаяз ҡыҙы менән дүрт бала тәрбиәләй, күркәм йорт төҙөгәндәр.
Үҙ ғүмере, һаулығы, шәхси мәнфәғәттәренән төп бурысын өҫтөн күрә белеп намыҫ менән хеҙмәт итеүсе янғын һүндереүселәргә ауыр эштәрендә уңыштар, һәм дә тынысыраҡ йәйҙәр теләйек!
Гүзәл Бохарбаева.

Автор:Гузель Бухарбаева
Читайте нас: