Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Май 2022, 09:20

Ҡыҙым, һиңә әйтәм, Киленем, һин тыңла !

- Иртән ҡояш менән тороп, тәҙрәңде ҡояшҡа асһаң, бәрәкәт килер йортҡа.  

Ҡыҙым, һиңә әйтәм, Киленем, һин тыңла !
Ҡыҙым, һиңә әйтәм, Киленем, һин тыңла !

Ҡыҙымһиңә әйтәмКиленемһин тыңла !

- Иртән ҡояш менән тороп, тәҙрәңде ҡояшҡа асһаң, бәрәкәт килер йортҡа.
- Тәҙрәләрҙе ваҡыт-ваҡыты менән һөртөп, көҙгөләрҙе таҙа тот, фәрештәләр ҡыуаныр.
- Юлға сыҡҡанда доғаларыңды уҡып, пакланып сыҡ, юлың уңыр.
- Гөлдәр үҫтер йортоңда, фәрештәләр ҡуныр һабағына.
- Асыулы сағыңда йыуын, баҫылырһың.
- Үкһеп илау мәрхүм янында ла тыйыла, артыҡ шашып көлөү ҙә тыйыла, артыҡ ҡайғырыу һәм шатланыу ҙа, зиһенгә зыян итер.
- Аҡсаңды алған көнөндә өйҙә ҡундыр, бәрәкәтле булыр.
- Йәш балаға ҡарап һоҡланғандың кейеменән йүрмә алып ҡал, төндә бала илаһа, шул йүрмә менән төтәҫлә, Аятел-Көрси уҡы, туҡтар илауҙан.
- Бала кейемен, уйынсыҡтарын иҙәндән аяҡ аҫтынан алып ҡуйығыҙ, һау булыр.
- Бисмиллалап бешерһәң, өйөңдә фәрештәләр ҡыуаныр. Һүгенмәй, асыуланмай бешерен, фәрештәләр ҡанат осон ашыңа тығып торорҙар.
- Өҫтәл, иҙәнең таҙа торһон, урын-ҡаралтың йыйыулы булһын, бәрәкәт килер.
- Кейемде, бигерәк тә сабый кейемен йыйыштырып, урынлаштырып тор, һаулыҡ артыр.
- Ҡунаҡ үҙенең күстәнәсенән ауыҙ итһә, ғүмере оҙон булыр.
- Ҡунаҡты күстәнәс менән оҙат, сәй эскәндә тәм-том менән, насар һөйләй алмаҫ.
- Эске кейемде кешенән йәшереп элегеҙ, күҙгә салынмаһын, шәхси энергия үҙегеҙҙә ҡалыр.
- Ирегеҙ менән үтә яҡын нәмәләрегеҙҙе кешегә һөйләмәгеҙ, һалҡын һыу һипмәһендәр арағыҙға.
- Үҙегеҙ йоҡлаған простыняға ситтәрҙе йоҡлатмағыҙ, аралар һыуыныр, исмаһам алмаштырығыҙ бөтә тышлыҡ, простыняларҙы.
- Ирегеҙ биш бармаҡтың бер бармаҡлы ғына һеҙҙең сер, эшегеҙҙе белһен, башы тыныс булыр.
- Оҡшамаған кешенән һыу, икмәк,сәй кеүек нәмә алмағыҙ, көсөгөҙ үҙегеҙҙә ҡалыр.
- Кемде әрләгәндә лә, изге теләктәр менән әрләгеҙ-ҡоромағыҙҙар, бәхетле булғырҙар, хәләленән уңғырҙар тип.

 

Сығанаҡ: "Шоңҡар" журналы.

Фото:shutterstock.7eer.net

Автор:
Читайте нас: