Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Май 2022, 13:59

Әсәйһеҙ үҫһә лә, атаһын ғәфү иткән...

"Әсәйһеҙ үҫһәм дә, уны ғәйепләргә хаҡым юҡ, Хоҙай алдында үҙе тулыһынса яуап биргәндер", - ти атаһының ҡурҡыныс ҡылығы хаҡында Рөстәм Нәбиев.

Әсәйһеҙ үҫһә лә, атаһын ғәфү иткән...
Әсәйһеҙ үҫһә лә, атаһын ғәфү иткән...

Әрме сафында хеҙмәт иткәндә казарма емерелеп аяҡтарынан яҙған билдәле блогер Рөстәм Нәбиевтең ғаиләһенә ауыр ҡайғы килде. Күптән түгел ул атаһын юғалтты.

Йөрәк менән проблеманан атаһы кинәт кенә вафат булғанлығын, үҙенең был юғалтыуҙы бик ауыр кисергәнлеген Рөстәм үҙенең яҙылыусылары менән социаль селтәрҙә бүлеште. Ә бит ҡасандыр атаһының ҡурҡыныс аҙымын ғәфү итергә лә көс тапҡан икән Рөстәм. Был хаҡта журналист Ирина Шахманға биргән интервьюһында бәйән иткән ул.

Ағаһы менән Рөстәм ике йәштә тулмаҫтан әсәйһеҙ ҡалып, яҡын туғаны опекаһында үҫкәндәр. Баҡтиһәң, ул ваҡытта ғәйбәт һүҙгә ышанып, атаһы әсәләренә ҡул һалған… Бала саҡта был ҡурҡыныс ҡылығы,   әсә һөйөүенән мәхрүм ителгәне өсөн атаһына ныҡ асыулы булһа ла, үҫә килә аңлай, берҙән-бер яҡын кешеһен дә юғалтҡыһы килмәй Рөстәмдең. Кешеләр нимә генә һөйләһә лә, һүҙҙәренә ҡарамай, уны ғәфү итә ул.

- Миңә атай кәрәк ине… Йөрәк яңылышмай. Ата-әсәләрҙең ҡылығын беҙ ғәйепләргә тейеш түгел, быға хаҡыбыҙ ҙа юҡ. Хоҙай алдында ул үҙе тулыһынса яуап бирҙе, - тигән Рөстәм.


Тик йөрәгегеҙҙе тыңлағыҙ, кеше һүҙенә ҡарамағыҙ, бының менән бары һеҙгә генә йәшәргә, тип кәңәш тә биргән үҙе кеүек хәлдә ҡалғандарға...

Фото Р. Нәбиевтең сәхифәһенән.

Автор:Миләүшә Сайтакова.
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-05-12/s-y-e-l-ata-yn-f-itk-n-2800801
Автор:
Читайте нас: