Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Май 2022, 10:22

ФАЯГӨЛ

Иренең вафатына ике йыл тигəндə Сорғот яҡтарынан заказлы хат килеп төштө. Уны уҡығас, ҡатын саҡ һуштан яҙманы. Хатта Панина Елизаветаның Айраттан ҡыҙ бала табыуы, аварияға осрап вафат булыуы, кескенə Лиданың етем ҡалыуы тураһында яҙылғайны. Бер аҙна тирəһе аңҡы-тиңке йөрөнө. Айраты менəн егерме йыл йəшəп, иренең хыянатҡа һəлəтле булыуы тураһындағы уй бер тапҡыр ҙа башына килмəне. Башҡа ҡатындарҙың иренə нисек ҡарағанын белгəн хəлдə лə, имеш-мимештəр ишетелһə лə, иғтибар итмəҫкə тырышты. Уны үҙе кеүек тоғро тип уйланы...  

ФАЯГӨЛ
ФАЯГӨЛ

Фаягөл йəш сағында иҫ киткес сибəр ине. Тулҡынланып торған ҡуйы ҡуңыр сəстəр, нəфис аҡ йөҙ, ҙур йəшел күҙҙəр, килешле буй-һын. Йылмайып ҡына торған алсаҡ ҡыҙыҡайҙы оҡшатҡан егеттəр күп ине, тик наҙлыҡай Айратты ғына үҙ итте. Оҙон һомғол буйлы, ҡара бөҙрə сəсле егетте күп ҡыҙ оҡшатҡандыр, тик ул Фаягөлгə ғашиҡ булды. Бер нисə ай дуҫлашып йөрөгəндəн һуң, егет ҡыҙға тəҡдим яһаны. Фаягөл риза булды.Матур итеп туй үткəреп йəшəй башланы улар. Саҡ ҡына күрмəй торһа ла, һағынып күрешер, бер-береһенəн һөйөү тулы ҡараштарын ала алмаған һоҡланғыс пар булдылар. Ҡайҙа барһалар ҙа, гел бергəлəр. Кемдер һоҡланып, кемдер көнлəшеп баҡты был икəүгə.
Йəштəрҙең бер-бер артлы ике улдары донъяға килде. Ғаилə ҡороуҙарына биш йыл тигəндə, улар яңы күркəм өйҙə йəшəй башланы. Аҙыҡ-түлек магазинында һатыусы булды ҡатын. Йөк ташыусылар һəр саҡ та булмай. Үҙҙəренə ауыр йəшниктəрҙе лə күтəрергə тура килде. Фаягөл билен ауырттырып, дауаханаға элəкте. Оҙаҡ ҡына дауаланып ятты унда. Айрат ҡатынын башҡа эшлəтергə телəмəне. Йəш кəлəш өйҙə ултырҙы, бала ҡараны, йорт хужабикəһе генə булды. Тырыш, уңған ҡатын йорт эштəренə лə өлгөрҙө, заказға торт-бəлештəр ҙə бешереп һатты. Туйҙарға, тыуған көндəргə унан бешертергə тырышты ауылдаштары. Өлкән улдары Зариф бигерəк зирəк ине, яҡшы уҡыны. Еңел уҡыны малай, көндəлеген тик "бишле"лəр генə биҙəп, атаəсəһен ҡыуандырып ҡына торҙо. Бəлəкəйҙəре Азат спорт ярыштарында беренселекте бирмəне.
Айрат тырышып Себерҙə эшлəне. Етеш тормошонан ҡəнəғəт ине ғаилə башлығы.
...Барыһы ла һəйбəт кенə барған кеүек ине. Тормошо үҙ яйы менəн тəгəрəгəндə, атай кеше бер төрлөлөктəн ялҡҡанын тойҙо. Фаягөл дə элеккесə ылыҡтырғыс түгел. Нескə буй-һыны йыуанайып китте, оҙон ҡуйы толомдары күптəн ҡырҡылған, ҡыҫҡа сəстəре саҡ яурынына етə.
Ҡасандыр Айраттың һушын алған ҡарашы аҫылташ балҡыуын хəтерлəтмəй хəҙер, йөрəгендə ярһыу хистəр ҙə уятмай.
...Сираттағы командировкаһында ул Лизаны осратты. Ҡыҙыҡ булды тəүге осрашыуҙары. Аҙыҡ-түлек магазинына ингəйне. Кассала ултырған иҫ киткес һөйкөмлө ҡыҙыҡайға күҙе төштө. Фаягөлөн тəүге күргəнендə ниндəй хистəр билəп алһа, бында ла шул уҡ тойғолар кисерҙе. Йөрəге ярһып, урынынан ҡуптымы ни. Ҡырҡты уҙған олпат ир йəш егет кеүек ғашиҡ булды ла ҡуйҙы!
Айратты рус ҡыҙы Лиза ла оҡшатты. Бер аҙҙан улар осраша башланы. Йəш саҡтарын иҫкə төшөрөп ярһыу хистəрҙе кисереү барлыҡ тыйыуҙы онотторҙо. Йəп-йəш дəртле һылыуҡай янында бар донъя онотола шул...
Фаягөлө алдында үҙенең ғəйебен тоя ла бит. Лиза уға үҙе тəҡдим яһаны. Ҡатынынан айыртып, Айратты үҙенə өйлəндерергə телəгəнен йəшермəне. Һөйəркə роле күптəн ялҡытҡан, никахлы ҡатыны булғыһы килə. Ауырға ҡалған йəш сая ҡатын үҙенең тормошон һөйəренəн башҡа күҙ алдына ла килтермəй ине. Лиза бергə йəшəргə телəй, ҡатыны ла йəл. Тик барыһын да туранан-тура əйтə алмай. Дөрөҫөн белһə, Фаягөлө бик ауыр кисерəсəк. Бигерəк нескə күңелле шул. Телевизорҙан мелодрамалар ҡарағанында хислəнеп илап бөтə, ə бында – айырылыу... Барыбер ҡасан булһа ла дөрөҫөн əйтергə кəрəк. Күпме һуҙырға була. Һуңғы ҡайтыуында ир ҡатынына барыһын да əйтергə ниəтлəне.
Тик нисек башларға ғына белмəне.
...Килешле йəйге күлдəген кейгəн ҡатыны ирен шундай шатланып ҡаршы алды. Ҡиəфəте үҙгəргəн – сəсен ҡырҡтырып, һарыға буятҡан. Аҡ йөҙлө ҡатынға һары төҫ килешеп тора. Ярайһы уҡ ябығып, кəүҙəһе лə ыҡсымланып ҡалған. Өйөн бөхтə итеп йыйыштырған, бар донъяһы йəмле, ҡараулы. Тəмле аш еҫтəре таралған, бəлештəр бешергəн. Мунса ла яғып ҡуйған. Айрат тамағын туйҙырып алғас, мунсаға китте. Танһығы ҡанғансы сабынды, рəхəтлəнеп оҙаҡлап йыуынды ир. Мунсанан сыҡҡас, йөрəгенең ҡапыл тулап китеүе хəлен алды. Арманһыҙ итте. "Их, йөрəгем, бик йыш үҙеңде һиҙҙертə башланың түгелме? Ə миңə йəшəргə лə йəшəргə бит. Бар ғүмерем алда əле", – тип уйланы Айрат. Тəмəкене бигерəк йыш тарта шул, ташларға уйлай ҙа бит, ихтыяры етеңкерəмəй. Эҫе мунсала сабынмаҫҡа булған да бит... бигерəк һағынып ҡайтҡайны шул. Өйөнə ҡайтып ятып алһа, хəл инер...Таҫтамалға уранып, өйөнə саҡ ҡайтып йығылды. Хəлдəн тайғансы сабынырға кем ҡушты инде уға... Оҙаҡ ятты ул диванда, һөйлəшерлек тə хəле юҡ ине. Фаягөл килтергəн мəтрүшкəле сəйҙе бер аҙ йотто. Ята торғас, йоҡлап киткəн...

Икенсе көндө ул һуңлап уянды. Хəл ингəн һымаҡ. Йөрəге лə күкрəгенəн атылып сығырҙай булып туламай. Саҡ ҡына тынысланған кеүек. Айрат аҡрын ғына аяғына баҫты. Сəй эсеп алды ла ихатаға сыҡты. Машинаһына инеп ултырҙы, кеҫə телефонын алды. Һөйгәненəн смс хəбəр килгəн икəн. "Любимый мой, как по тебе скучаю! Поскорее приезжай". Шылтыратырға, Лизаның танһыҡ иркə тауышын ишетергə телəне. Өлгөрмəне, йөрəген ҡот осҡос ауыртыу матҡып алды, хəлһеҙ ҡулы һалынып төштө. Фаягөл уны юғалтып, борсолоп эҙлəп тапҡанда, иренең тəне һыуына башлағайны инде...Мəрхүмде һуңғы юлға оҙатырға байтаҡ кеше йыйылды. Барыһы ла уның балаларын, ҡатынын йəллəне. Укол ярҙамында ғына йөрөгəн Фаягөлдөң ерлəү мəшəҡəттəрен еңелəйтергə тырыштылар. Ваҡытты, иң яҡшы табип, тиҙəр. Ҡайғынан хəлһеҙлəнгəн ҡатын саҡ атланы, бəүелеп-сайҡалып йөрөп ҡолаған сағы ла булды. тик нисектер еңел генə йығыла, күҙгə күренмəгəн берəү тоторға ярҙам иткəн һымаҡ, тиҙ генə аяғына баҫа һала ине. Бер ере лə сыйылманы, имгəнмəне уның. Кемме, нимəме шулай һаҡлай, ҡурсалай ине... Əллə һөйгəненең рухы шулай ярҙамға килде инде...
Нисек кенə ауыр булмаһын, йəшəргə кəрəк. Фаягөл бирешмəҫкə тырышты. Тəүге көндəрҙə аяғында саҡ баҫып торһа ла, укол ярҙамында ғына йөрөһə лə, эшен ҡалдырманы. Йорт мəшəҡəттəре менəн йөрəк əрнеүҙəрен баҫты.
...Сəскəлəй нəфис, наҙлыларҙан-наҙлы ҡыҙ ине Фаягөл. Ата-əсəһенең иркə кинйəкəйе ...Йыл артынан йыл үтеп, сағыу матурлығы тоноҡлана төштө. Ҡайғыларҙы етерлек кисерергə тура килде. Эй, ҡатын-ҡыҙ! Нескə күңелле, көслө рухлы ҡатын-ҡыҙ! Имəндəй ирҙəр ауырлыҡтан һығылып төшкəндə, шартлап һынғанда, "көсһөҙ" зат барыһын да күтəрə... Тормоштоң ҡаты дауылдары бары сыныҡтыра ғына, бөгөлһə лə һынмай улар. Йəшəүгə көс алып йəшəүен дауам итə "көсһөҙ" зат!
...Телевизорҙан Литва актрисаһы тураһында тапшырыу бара ине. Иғтибар менəн ҡараны уны Фаягөл... Спектаклдең премьераһына бер көн ҡалғас, төп ролде башҡарыусы актрисаның ире үлə. Ролгə тағы бер актриса тəғəйенлəнгəн була. Тик ул аяғын һындыра. Алыштырырға башҡа кеше юҡ. Бар ихтыяр көсөн туплап, үҙен ҡулға ала ул. Таныш медсестраһын саҡырып, үҙенə укол һалдыра. Ире мәйетханала ятҡан сағында ла актриса Англия королеваһы Елизавета Беренсе ролен иҫ киткес матур уйнай. Грим һалынған һылыу йөҙө шундай тыныс, актриса ысын батшаларса ғорур, текə була. Зал уны алҡыштарға, сəскəлəргə күмə. Иртəгəһен гəзит- журналдар спектакль премьераһы хаҡында яҙып сыға. Сəнғəт күгендə яңы сағыу «йондоҙ» ҡабына, ул билдəле булып китə... Актрисаның дарыуҙар, укол ярҙамында ғына йөрөгəнен, йөрəгендə ниндəй дауыл ҡупҡанын, аяҡ өҫтө ниндəй ҡайғы кисереүен бер кем дə һиҙмəй. Икенсе көнөндə ул отпускыға китергə ғариза яҙып индерə, коллегаларына ирен юғалтыуы хаҡында белдерə. Ниндəй көслө рухлы ҡатын була! "Бына кемдəн үрнəк ал, бирешмə. Ауыр булһа ла, бирешмəҫкə тырыш, Фаягөл! Ебеп төшһəң, иреңə оҡшамаҫ ине", – тип үҙ-үҙен дəртлəндерҙе тол ҡатын. Түгелеп илап ала ла тағы йылмая, күҙ йəштəре аша көлөргə тырышҡан була ул. Ҡойма ямғырҙан һуң ҡояш сығамы ни, саҡ ҡына булһа ла күңеле күтəрелеп китə... Бөтөнлəй үк уңалмаһа ла, саҡ ҡына йəн əрнеүҙəре баҫылғандай булды. Үҙенең икмəкханаһын асып ебəрҙе ҡатын, үҙ-үҙен йəллəмəй эшлəне.

...Ҡайһы берҙə сəйер ҙə, матур ҙа төш күрə ул. Шау сəскəлəрҙəн туҡылған хəтфə болонда йөрөй, имеш. Тирə-яҡ һоҡланып туймаҫлыҡ матур. Төрлө төҫтəге күбəлəктəр оса. Күк йөҙө салт аяҙ. Ҡаршыһына ҡупшы күлдəк кейгəн ҡыҙсыҡ килə. Фаягөл уны күтəреп алып күкрəгенə ҡыҫа... Бала йомшаҡ ҡына бармаҡтары менəн уның сəсенəн һыйпай. Ни эшлəптер ҡатын илай башлай...

– Илама, əсəйҙəр иламай бит...– тип йыуата, имеш, ҡыҙыҡай. – Иламайым, ҡыҙым, иламайым... – ти ҙə уянып китə. Төшөндə илайсы... Хəйер, төштə илаһаң, өнөңдə шатланаһың, тиҙəр бит. Ə төшө, төшөндəге сабыйы шундай матур, шундай танһыҡ, яҡындарҙан-яҡын ине... Күңеленə шундай еңел, шундай рəхəт ... Бер килке хислəнеп, торорға ашыҡмай хыялланып ятты ул. Шундай ҡыҙың, шундай балаҡайың булһа, ниндəй яҡшы булыр ине...

Иренең вафатына ике йыл тигəндə Сорғот яҡтарынан заказлы хат килеп төштө. Уны уҡығас, ҡатын саҡ һуштан яҙманы. Хатта Панина Елизаветаның Айраттан ҡыҙ бала табыуы, аварияға осрап вафат булыуы, кескенə Лиданың етем ҡалыуы тураһында яҙылғайны. Бер аҙна тирəһе аңҡы-тиңке йөрөнө. Айраты менəн егерме йыл йəшəп, иренең хыянатҡа һəлəтле булыуы тураһындағы уй бер тапҡыр ҙа башына килмəне. Башҡа ҡатындарҙың иренə нисек ҡарағанын белгəн хəлдə лə, имеш-мимештəр ишетелһə лə, иғтибар итмəҫкə тырышты. Уны үҙе кеүек тоғро тип уйланы. Ирен камил зат тип белде. Бигерəк яратты шул үҙен. Кəмселеге булһа булғандыр, һөйөү тулы күҙҙəре күп нəмəне шәйләмәне. Хаталанған ире, яңылышҡан... Хəҙер барыһы ла тик Аллаһ Тəғəлə хөкөмөндə... Мəрхүмдəрҙе кире ҡайтарып булмай. Тормош, ниндəй ауыр булмаһын, дауам итə... Балаҡай йəл, ата-əсəһеҙ ҡалған сабый уғата йəл.
Балалар йортонда уны нимə көтə? Кемгə үпкəлəргə хəҙер, иренəме, үҙе бер тапҡыр күрмəгəн, уның донъяла барлығын да белмəгəн көндəше, утыҙ йыл ғына йəшəп, теге донъяға күскəн Лизағамы? Фаягөл ҡыҙ бала тураһында хыялланды. Тик ир балалар ғына тапты. Ə бында – иренең ҡаны, уның ҡыҙы, уның төҫө. Айратты ул һаман ярата ине, сабыйҙы үҙенə алырға ҡарар итте. Кəрəкле ҡағыҙҙарҙы юллай башланы. Лиданы алып ҡайтҡас, балалар йортонан, үкһеҙ етем, тип таныштырҙы. Яратҡан иренең серен яҡындарҙан-яҡын əхирəте лə белмəне. Иренең ҡылығын ҡырҡ төрлөгə əйлəндереп һөйлəүҙəрен, ғəйбəт итеп сəйнəүҙəрен телəмəне ҡатын. Барыһын да үҙе генə
белде, барыһын да тик йөрəгендə генə һаҡланы. Ҡатынды иренең көтөлмəгəн һуңғы бүлəге – Лида ҡыҙы шулай килеп тапты. Ағайҙары ла йəшел күҙле ҡыҙсыҡты яҡшы ҡабул итте.
Һөйкөмлө алсаҡ балала туғандарына ла оҡшаны. Бер ни тиклем ваҡыттан ул башҡортса өйрəнə башланы. Күңелле тəтелдəп, барыһының ҡыуанысы булып үҫеп килə ҡыҙыҡай. Барыһын да хайран иткəне шул булды: Лида үҫкəн һайын икенсе əсəһенə оҡшай барҙы. Йөҙө, килешкилбəте тап Фаягөлдөкө, тик сəсе генə һары. Ҡатынының йəш сағын хəтерлəткəн Лизаға ғашиҡ булған ир һөйəркəне ҡатынына оҡшатып һайлағаған ахыры.

Римма Әхмәтйәнова. 

Автор:Гузель Салихова.
Автор:
Читайте нас: