Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Апрель 2022, 14:40

ӘСӘКӘЙЕМ, НИСЕК ТҮҘҘЕҢ?

Ир кәрәкме? Ал! Әҙер ирҙе бирәм, балаларҙы ла бирәм, көтөрһөң, ҡарарһың. Бөгөн үк ҡыуып сығарам. Өйөңдө рәтләп, тамағыңды әҙерләп тор. Минең балалар бутҡа ғына ашамай, көн дә ашың, бәлешең әҙер булһын. Әгәр балаларҙың бер ере имгәнһә, полицияға ғариза яҙам...

ӘСӘКӘЙЕМ, НИСЕК ТҮҘҘЕҢ?
ӘСӘКӘЙЕМ, НИСЕК ТҮҘҘЕҢ?

Редакцияға килгән хат:

Ир бирмәк—йән бирмәк, тип әсәйем мәрхүмә йыш ҡабатлай ине. Үҙем ғаиләле булып, иремдең хыянатын кисергәс кенә бының ысынлап та шулай икәненә инандым.

Ирем менән яратышып өйләнештек. Һөйөү утында янған саҡта икәүләшеп әллә нәмәләр хаҡында хыяллана инек. Бер-бер артлы балалар тыуғас, донъя мәшәҡәте баҫты, йәшлектәге хыялдарҙың тормошҡа ашҡаны ашты, ашмағаны тоноҡланып онотолдо. Һәүетемсә йәшәнек. Һауыт-һаба ла шылтырап алғыланы, әммә һыр бирмәй, матур йәшәргә тырыштыҡ. Ҙур өй һалыу ниәте менән яна башлағас, ирем вахта ысулы менән ҡырға сыҡты. Шул мәлдән башланды ла инде аңлашылмаусанлыҡтар. Ирҙе алмаштырып ҡуйҙылармы ни? Элек оҡшатмаған, асыуына тейгән нәмәләргә лә иғтибар итмәй, әйткәнде лә ишетмәй. Әйтерһең дә, кәүҙәһе янымда, ә уйҙары бөтөнләй икенсе ерҙә. “Байрам итеүе лә”, сығып юғалыуы ла йышайҙы. “Ҡайҙа йөрөйһөң?”,--тигән һорауыма: “Себерҙәге эш анһат түгел, ҡайтҡанда ял итергә бир, егеттәр менән балыҡта булдыҡ”,--тип яуаплай ине. Шулай бер ныҡ иҫерек ятҡанында телефонын тикшерергә булдым. Бөтә уйлағаным хаҡ булды. Һөйәркәһе бар. Яҙышыуҙарынан кем, ҡайҙан икәнлеген белдем. Төн уртаһында ирҙе торғоҙоп ҡаңғырырҙай булдым, әммә иҫерек кешене уятыуҙан фәтүә юҡ икәнлеген аңлай инем. Таңғаса йоҡлай алманым. Шул саҡ мәрхүмә әсәйемдең бөтә кисерештәрен үҙемдән үткәргәндәй булдым. Бахыр әсәйем өсөнсө балаһын—ҡустыбыҙҙы ҡулына алғанда беҙҙең атай йәш ҡыҙға әүрәп китеп, күҙебеҙ алдында туй үткәреп, етәкләшеп һыуға барып йөрөгәйне. Беҙ апайым менән бер ни аңламай тәҙрәнән атайҙың туйын күҙәтәбеҙ, әсәйебеҙ сәңгелдәкте бәүелтеп тора, күҙенән йәштәр субырлап аға. Ошо картина минең күҙ алдынан мәңге китмәне. Әммә, ирҙең хыянатын кисергәс кенә, шул тиклем ауыр тойғо икәнен аңланым. Бөтә хистәреңде һалып тапаһындар, һиңә аяҡ һөртһөндәр әле!

Таңғаса ҡырҡ уй уйланым. Айырылырға! Ҡаңғырырға, бөтә тәҙрәләрҙе, һауыт-ҡабаларҙы онтарға, машинаһын таш менән бәргеләргә... Ята торғас, бер аҙ тынысландым, иртәнсәк тороп ир ҙә , балалар ҙа йоҡлағанда сығып киттем. Барҙым, таптым теге ҡатынды. “Ир кәрәкме? Ал! Әҙер ирҙе бирәм, балаларҙы ла бирәм, көтөрһөң, ҡарарһың. Бөгөн үк ҡыуып сығарам. Өйөңдө рәтләп, тамағыңды әҙерләп тор. Минең балалар бутҡа ғына ашамай, көн дә ашың, бәлешең әҙер булһын. Әгәр балаларҙың бер ере имгәнһә, полицияға ғариза яҙам”,--тип ныҡ итеп әйттем дә сығып киттем.

... Ҡатындың өйөндә ныҡ булырға тырышһам да, сығыу менән ҡойолоп төштөм. Күҙемдән субырлап йәш аға ла аға ине. Ни ере менән минән яҡшыраҡ был ҡатын? Аңлай алманым... Өйгә ҡайтҡым килмәй ине. Паркка барҙым, бушлыҡҡа төбәлеп оҙаҡ ултырҙым.

Ҡайтыуыма ир, әлбиттә, барыһын да белеп тора ине... Сумкаһын йыйышырға тәҡдим иттем. “Бармайым бер ҡайҙа ла, ниңә мин сумка йыяйым”,--булды һүҙҙәре...
Балалар хаҡына йәшәп киттек китеүен... Тик күңелемдең иң нескә ҡылдары өҙөлдө, йәшәү дәрте һүрелде, ышаныс бөттө... Эх, әсәкәйем, ә һин нисек йәшәнең һуң бындай йөк менән? Иҫән булһа, яуап бирә алыр инеме икән? Нимә тип кәңәш итер ине икән?

 

Гөлсимә.

Автор:Резеда Валиева.
https://ataisal.com/articles/feker/2022-04-26/s-k-yem-nisek-t-e-2785442
Автор:
Читайте нас: