

Өлгөлө ғаиләләр – ауыл ҡото, илдең терәге лә, киләсәге, лә бөгөнгөһө лә. Яңы Ергәндә төпләнеп, гөрләтеп донъя көткән Вәзир һәм Миңлегәүһәр Рәхмәтовтарҙың ғаиләһе барыһына ла өлгө булып тора. 35 йыл бергә иңгә-иң терәп, татыу ғүмер иткән Рәхмәтовтарға һоҡланмау мөмкин түгел. Был татыу, ҡотло ғаилә ауылға йәм өҫтәй.
Миңлегәүһәр Сәлих ҡыҙы 25 йылдан ашыу мәктәптә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Күп йылдар урындағы ҡатын-ҡыҙҙар советы, профсоюз ойошмаһы рәйесе була. Бөгөн дә ул ауылдың йәмәғәт эшендә ҡайнай. “Ағинәйҙәр” ойошмаһын етәкләй, ауыл советы депутаты булып тора. Ҡул эштәренә лә маһир: шәл бәйләй, милли кейемдәр тегә. Вәзир Вәлиулла улы оҙаҡ йылдар ауыл хужалығы тармағында намыҫлы хеҙмәт итә, төрлө етәксе урындарҙа эшләй, һуңғы йылдарҙа Яңы Ергән ауыл Советы башлығы вазифаһын башҡарып, хаҡлы ялға сыға. Әле ул ауыл Советы депутаты. Рәхмәтовтарҙың намыҫлы хеҙмәте төрлө Маҡтау ҡағыҙҙары, Почет грамоталары менән билдәләнгән.
Рәхмәтовтар ике ул, бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, юғары белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына сығарған. Өлкән улдары Вадим Ҡыуандыҡта, кесе улдары Вәғиз Өфөлә, ҡыҙҙары Резеда Ҡазан ҡалаһында ғаиләләре менән йәшәй. 4 ейән-ейәнсәр Рәхмәтовтарҙың көтөп алған ҡәҙерле ҡунағы. Эшһөйәр Вәзир һәм Миңлегәүһәр Рәхмәтовтар хаҡлы ялда ҡул ҡаушырып ултырмай, ҡура тултырып мал аҫрай. Һыйыр малынан тыш, аттары ла, һарыҡ-кәзәләре лә бар. Ҡош-ҡорт та тоталар, мул итеп баҡса үҫтерәләр, умартасылыҡ менән дә шөғөлләнәләр.
Мәҡәләне тулыраҡ гәзитебеҙҙең 14-се һанында уҡығыҙ.