

Аделия һәм Зәбир Рәхмәтуллиндар Яңы Ергән ауылының егәрле, булдыҡлы, тырыш йәш ғаиләләренең береһе. Ҡояш кеүек көлөп торған дүрт айлыҡ ҡына улдары Рәвил был йортҡа йәм, йылылыҡ һәм яҡтылыҡ өҫтәй. Икәүһе бер бөтөн булып йөҙҙәренән нур бөркөлгән был матур парҙы яҙмыш белеп ҡауыштырғандыр тигән уй тыуа.
Аҡъяр һылыуы Аделия һәм Яңы Ергән ауылы егете Зәбир Рәхмәтуллиндарҙың ғаиләһе 2020 йылда барлыҡҡа килгән. Зәбир Һаҙый улы Йылайыр совхоз-техникумында белем алғас, төрлө урындарҙа эшләй. Ауылдаштарының ихтирамын ҡаҙанған Зәбирҙе 2021 йылда Яңы Ергән ауыл биләмәһе башлығы итеп һайлайҙар, шул уҡ ваҡытта ул ауыл советы депутаты ла. Аделия БДУ-ның Сибай институтын тамамлаған. Яңы Ергән мәктәбендә химия уҡытыусыһы булып эшләп, декрет ялына сыҡҡан. Йәш ғаилә Зәбирҙең атаһы Һаҙый ағай менән бергә йәшәй. Ул килене менән улының ярҙамсыһы, кәңәшсеһе. Бөгөн йәштәрҙең күбеһе ҡалаға йәшәргә күсһә, ә Рәхмәтуллиндар киреһенсә ауылға ҡайтҡан. Уларҙың был ҡыйыу аҙымы маҡтауға лайыҡ.
Мәҡәләне тулыраҡ гәзитебеҙҙең 14-се һанында уҡығыҙ.