

Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында Балтас районынан 45 йәшлек ҡатын 13-сө балаһын тапҡан. Сабый һау-сәләмәт тыуған, ауырлығы – өс килограмдан ашыу. Малайға Байрас тип исем ҡушҡандар. Мәғлүм булыуынса, күп балалалы әсә һәр сабыйын да үҙе тапҡан. Шул уҡ ваҡытта ике тапҡыр өләсәй булып та өлгөргән ул. Бәхетле әсәй бала табыу йортонан сығырға әҙерләнә. «Ҙур теләк булғанда – барыһы ла мөмкин. Һәр сабый үҙ ризығы менән тыуа. Сабый ҡатын менән ирҙең мөнәсәбәтенә яңы һулыш өҫтәй, яҡынайта – балалар һаны менән мөхәббәт тә үҫә! Бына шулай йәшәйбеҙ!», – тип һөйөнөсө менән бүлешкән ул.
Фото: "Башинформ"дан.