

Нисек ҡатын-ҡыҙға ғаилә бәхете һәм йән тыныслығы табырға, төшөнкөлөктө һәм күңел ҡайтыуҙарҙы еңергә? Ошо һәм башҡа һорауҙар тураһында бер нисә йыл ҡатын-ҡыҙ психологияһын өйрәнеүсе Аҡъяр ауылынан Ләйсән Рәхмәтова менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
Ҡатын-ҡыҙ бәхете нимәлә?
Минең фекеремсә, бәхетле булыуы өсөн, бөтә булған ыңғай күренештәрҙе һәм әйберҙәрҙе күрергә өйрәнеү мөһим. Ғәҙәттә ҡатын-ҡыҙҙарҙың бөтә уйҙары, энергияһы, ҡарашы балаларына йәки эшенә, йәғни бер йүнәлешкә генә төбәлгән. Әгәр гүзәл зат гәүһәр кеүек күп яҡлы, киң белемле булһа, ул бәхетле буласаҡ һәм, тәү сиратта, үҙенә иғтибар итәсәк. Әгәр ҙә балаларыңдың бәхетле булыуын теләһәң, башта үҙеңә бәхетле булыу мөһим. Әгәр ҙә иреңдең яратыуын, хөрмәт менән ҡарауын теләһәң, үҙеңде яратырға һәм ҡарарға кәрәк. Шулай уҡ бешергән ризығыңды башҡалар яратып ашауын теләһәң, тәү сиратта, ул үҙеңә оҡшарға тейеш. Үҙең эшләмәгәнде башҡаларҙан талап итеү мәғәнәһеҙлек. Әгәр ҡатын-ҡыҙ тормошта өлгәшкән, алған һәр бер нимә өсөн рәхмәтле булһа, үҙен бәхетле тоясаҡ. Һуңғы ваҡытта беҙ мул тормошҡа бәйле, ваҡ әйберҙәрҙе күрмәй башланыҡ. Мәҫәлән, йоҡонан уяндың, йылы урында тыныс үткән төн һәм яңы башланған матур көн өсөн Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт белдерәһең. Йүгереп йөрөгән, һау-сәләмәт балаларың, үҙ йортоң, эшең булған өсөн рәхмәтле була белеү мөһим. Кемдәрҙер бындай бәхеттән мәхрүм. Һәр атҡан таңды ҡаршылау, яҡындарыңдың янда булыуы үҙе оло бәхет бит ул! Ошо тормош хәҡиҡәтен мөмкин тиклем иртәрәк аңлаһаҡ ине лә ул...Сабырһыҙланып киткән саҡтар ҙа булып ҡуя шул, бигерәк тә йәш саҡта. Донъяңдың түңәрәклеге, күңел бөтөнлөгө генә ҡатын-ҡыҙҙы бәхетле итә ала. Бәхет – ул күңел торошо.
Мәҡәләне тулыраҡ гәзитебеҙҙең 11-се һанында уҡығыҙ.