

Республика Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ҡарамағында Гөлфинә Юламанова етәкләгән Халыҡ дауалаусылары мәктәбе уңышлы эшләп килә.
Ойошма етәксеһе, Дәүләт Йыйылышы депутаты Гөлнур Ҡолһарина белдереүенсә, май-июнь айҙарында Урал аръяғы райондарының береһендә Халыҡ дауалаусылары фестивале уҙғарыласаҡ.
Был турала ул «Башинформ» агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында хәбәр итте.
Имләү – беҙҙең халыҡтың традицияһы, мәҙәниәтебеҙҙең бер өлгөһө. Үлән менән дауалау,ҡот ҡойоу, ноҡот һалыу, һылау, һөлөк һалыу оҫталары әле лә ҙур ихтирам менән файҙалана.
Фестиваль барышында оҫталыҡ дәрестәре лә үткәреләсәк. “Табиптарҙы, психологтарҙы саҡырабыҙ, тәжрибә алмашыу өсөн Алтай шамандары менән бәйләнешкә сыҡтыҡ. Йәштәрҙе йәлеп итергә йыйынабыҙ. Беҙҙең халыҡта имселәр байтаҡ. Үҫеп килгән быуын өсөн ошо традицияларҙы һаҡлап ҡалырға тейешбеҙ”, — тине Гөлнур Ҡолһарина.
https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2022-02-24/haly-daualausylary-festivale-u-aryla-2704427