ЙӘМҒИӘТ
21 Ғинуар 2022, 11:01

Никах менән йәшәргәме, әллә гражданлыҡ буйынсамы?

-

Никах менән йәшәргәме, әллә гражданлыҡ буйынсамы?Никах менән йәшәргәме, әллә гражданлыҡ буйынсамы?
Никах менән йәшәргәме, әллә гражданлыҡ буйынсамы?

Хәҙер йәштәрҙең гражданлыҡ никахы менән йәшәүе бер кемде лә аптырауға һалмай, тиерлек. Әммә гражданлыҡ никахы менән йәшәүсе йәш парҙар бер-береһе алдында яуаплылыҡ тоймай. Ундай ғаиләләрҙең иртәгәһе кѳнѳ ышанысһыҙ. Гражданлыҡ буйынса йәшәү мәсьәләһенә нисек ҡарауҙарын белеү өсөн бер нисә кешенең фекерен белештек.

Гөлшат Кәримова:

  • Бөгөнгө йәштәрҙең гражданлыҡ буйынса йәшәүҙәрен хупламайым. Никах уҡытып, ғаилә ҡороу яҡшыраҡ тигән фекерҙәмен. Сөнки гражданлыҡ буйынса йәшәү – ул билдәһеҙлек, яуапһыҙлыҡ. Никах уҡытып, туй үткәреп йәшәгән ғаиләләр ныҡлы була тип уйлайым. Балаларҙың да никахлы, тулы ғаиләлә үҫеүе мөһим. Ғөмүмән, ғаилә ҡороуға илке-һалҡы ҡарарға ярамай. Ныҡлы уйлап эш итергә кәрәк. Парыңды йыш алмаштырыу яҡшы күренеш түгел. Ә гражданлыҡ буйынса йәшәү нәҡ шуға килтереүе мөмкин. Шуға күрә үҙемдең улдарыма ла тик никахлы ғаилә ҡорорға кәңәш итәм.

Лилиә Юнысова:

  • Заманына күрә гражданлыҡ никахына ыңғай ҡарайым. Әлбиттә, һәр кемдең үҙ фекере. Минеңсә, мөнәсәбәттәрҙе законлаштырмай ғына йәшәп ҡарап, бер-береңдең холҡон белеп, шунан ғына рәсми рәүештә өйләнешеү, туй яһау дөрөҫөрәктер. Сөнки бергә йәшәй башлағас, ҡатын-ҡыҙ менән ир-егеттең бер-береһе өсөн күп сифат-һыҙаттары асыла, аңлашылмаусанлыҡтар барлыҡҡа килә һәм айырылышыуҙар шуға ла күптер тип уйлайым.

Рәлиә Түләшева:

-Гражданлыҡ буйынса йәшәүгә кире ҡараштамын. Сөнки динебеҙҙә лә был күренеш хупланмай. Бындай парҙар бөгөн бергә, ә иртәгә икенсе менән йәшәүҙәре мөмкин. Был, үҙ сиратында, йәреңде даими алмаштырыуға килтереүе, бала тыуған осраҡта, ҡатын-ҡыҙҙар иһә яңғыҙ әсә булып ҡалыуы ихтимал. Шуға күрә бергә йәшәргә, ғаилә ҡорорға теләгән йәштәрҙең никах уҡытып, мөнәсәбәттәрен рәсми рәүештә теркәүҙәрен теләйем. Никах уҡытып, ҡауышҡан парҙарҙың ғаиләһе ныҡлы була, балалар ҙа тулы ғаиләлә үҫә тигән фекерҙәмен.

Мәҙинә Әфләтунова:

-Законлы никах яҡлымын, сөнки ир менән ҡатын бер-береһе һәм балалары өсөн яуаплы булыуҙарын Аллаһы Тәғәлә алдында ла, хөкүмәт алдында ла закон менән нығыталар. Ә гражданлыҡ хоҡуғы (никахы) менән йәшәүҙе ошо яуаплылыҡтан ҡасыу, тип уйлайым, был бер. Икенсенән, ул-иманһыҙлыҡ, яҙыҡ эш, тип аңлайым.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас