

Һәр кемдең йорто - тылы - үҙенә тартып торорға тейеш. Ауыр эш көнөнән һуң унда тыныс күңел менән ял итә, артабан йәшәү өсөн илһам алырға тейешбеҙ.
Тулыһынса көс туплайым тиһәгеҙ, өйҙә ҡамасаулаған, кәрәкмәгән, артыҡ, ватыҡ нәмәләр булырға тейеш түгел. Таҙаның, төҙөктөң яҡшы энергияны, ә бысраҡтың, боҙоҡтоң насар көстө тартыуы тураһында ла онотмағыҙ. Яңы йыл алды, ғәҙәттә, өйҙә генераль таҙартыу үткәреп, кәрәкмәгән әйберҙәрҙән ҡотолоу ваҡыты.
* Иҫкергән, сатнаған көҙгөләрҙән ҡотолоғоҙ. Улар өйгә йәм өҫтәмәй, ҡырҡылыу хәүефе лә бар.
* Элекке йорт хужалары кәрәкмәгән әйберҙәрен ҡалдырған булһа, уларҙы ла ташлағыҙ.
* Мәрхүмдәрҙең кейем-һалымын да һаҡларға кәрәкмәй. Динебеҙҙә уларҙы туғандарына, мохтаждарға өләшеү кәңәш ителә.
* Ярыҡ йәки һыҙатланған һауыт-һаба аш бүлмәһенең йәмен ебәрә, шулай уҡ һаулыҡҡа ла насар йоғонто яһай (сатнаған еренә микробтар тула) - уларҙы тотмағыҙ.
* Күптән кейергә ярамаған, туҙған аяҡ кейемен дә һаҡламағыҙ.
* Кипкән сәскә, япраҡтарҙан да ҡотолоғоҙ.
* Боҙоҡ сәғәттәр, техникаларҙы ла (йүнәтерлек түгел икән) йәлләмәй ырғытығыҙ.
* Яһалма сәскәләр тотмағыҙ. Улар үҙҙәренә саң йыйыусан, матур ҙа түгел.
* Буш быяла һауыттар, кәрәкмәгән ҡағыҙҙар тик урын алып, ҡамасаулап ятыуҙан башҡаға эшкинмәй. Уларҙы махсус ҡабул итеү үҙәктәренә тапшырыу яҡшы.
Өйөгөҙ-ҡәлғәгеҙ һәр саҡ таҙа, йылы булып, үҙенә саҡырып ҡына торһон! Яңы йыл тик уңыштар, шатлыҡ-бәхеттәр алып килһен!
Фото: almode.ru