ЙӘМҒИӘТ
14 Декабрь 2021, 15:27

Балалар баҡсаларында - башҡорт телендә һөйләшкән планшет һәм смартфондар!

Башҡортостанда һатыуҙа үҙенсәлекле уйынсыҡ гаджеттар барлыҡа килде. "БашТой" компанияһы туған телдә һөйләшеүсе ҡурсаҡтарҙан тыш башҡорт телендә һөйләшкән планшет һәм смартфондар етештерә.

Балалар баҡсаларында - башҡорт телендә һөйләшкән планшет һәм смартфондар!Балалар баҡсаларында - башҡорт телендә һөйләшкән планшет һәм смартфондар!
Балалар баҡсаларында - башҡорт телендә һөйләшкән планшет һәм смартфондар!

2019 йылда "БашТой" проекты "Маҡсат" ойошмаһы менән берлектә Башҡортостан Башлығы иғлан иткән грантҡа эйә була. Был туған телендә өр-яңы уйынсыҡтар булдырырға форсат бирә.

Шулай итеп башҡорт  телендәге уникаль гаджеттарҙың тәүге хужалары - Дәүләкән районының балалар баҡсалары булды. Ҡыҙҙар-малайҙар ҡыуанып, үҙ телдәрен белеп, яратып үҫһендәр!

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
https://amanat.su/news/novosti/2021-12-13/balalar-ba-salarynda-bash-ort-telend-yl-shk-n-planshet-m-smartfondar-2616866
Автор:
Читайте нас