

Роспотребнадзор Яңы йыл саралары үткәреү мәсьәләләре һәм балалар өсөн Яңы йыл күстәнәстәре һәм бүләктәренең сифаты буйынса ата-әсәләр өсөн ҡыҙыу линия асты. Бөгөн республика Хөкүмәтендә булып уҙған оператив кәңәшмәлә Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак шул турала әйтеп үтте.
Ул әлеге ваҡытта балалар бүләктәренең һәм уйынсыҡтарының сифатына һәм хәүефһеҙлегенә контроль көсәйтелеүен билдәләне. "Ата-әсәләр шылтыратып, шыршы байрамдарында ҡатнашыу тураһында, яңы бүләктәре һәм күстәнәстәре сифаты хаҡында кәңәшләшә ала”, – тине Анна Казак.
Фото "Башинформ"дан алынды.