ЙӘМҒИӘТ
7 Декабрь 2021, 16:20

Мунсаны бөтөнләй кү-рә ал-ма-йым!

...Бынан 46 йыл элек, 1975 йылдың 16 авгусында, СССР халҡы телевизорҙан режиссер Эльдар Рязановтың "Яҙмыш шаяртыуы, йәки еңел пар менән" фильмын тәүгегә ҡарай. Хәҙер был фильмды зәңгәр экрандан Яңы йыл һайын күрһәтеү йолаға әйләнде.  

Мунсаны бөтөнләй кү-рә ал-ма-йым!Мунсаны бөтөнләй кү-рә ал-ма-йым!
Мунсаны бөтөнләй кү-рә ал-ма-йым!

Ә бына төп герой ролен башҡарыусы Андрей Мягков бөтөнләй был фильмды ҡарамай икән.
"Женя Лукашиндың был роле карьерыма "крест ҡуйҙы". Ҡайҙа барһам да кешеләр бер-береһенә төртөп, ҡара, алкоголик килде, тиҙәр. Шунан эсергә тәҡдим итә башлайҙар... Бындай мөнәсәбәттән тәүҙә үҙ-үҙемде ҡайҙа ҡуйырға белмәнем, аҙаҡ өйрәндем. Шулай ҙа һаман ғәрлегем килә!" – ти актер әсенеп был роле тураһында. - "Ысынында мин спиртлы эсемлектәр яратмайым. Ә мунсаны бөтөнләй кү-рә ал-ма-йым! Был фильмды 20 йыл ҡарағаным юҡ. Эйе, Яңы йыл – яратҡан байрамым, ләкин уны өйөмдә генә ҡаршылайым!"
"Яҙмыш шаяртыуы, йәки еңел пар менән" картинаһы сыҡҡандан һуң, Андрей Мягковҡа миндек бүләк итеүселәр ҙә, уны мунсаға саҡырыусылар ҙа табыла. Ләкин, өлкәнәйә килә бындай хәлдәр күҙәтелмәй башланы, ти халыҡ һөйөүен яулаған Женя Лукашин.

 

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.

https://gazeta-toratau.ru/articles/rubrika-7/2021-12-07/munsany-b-t-nl-y-k-r-al-ma-yym-2609491

Автор:
Читайте нас