ЙӘМҒИӘТ
6 Декабрь 2021, 16:14

Ҙур табыш алам тип, миллиондарынан ҡолаҡ ҡаҡҡан

Ҡомһоҙлоҡ бына нимәгә килтерә.  

Ҙур табыш алам тип, миллиондарынан ҡолаҡ ҡаҡҡанҘур табыш алам тип, миллиондарынан ҡолаҡ ҡаҡҡан
Ҙур табыш алам тип, миллиондарынан ҡолаҡ ҡаҡҡан

Башҡортостанда ҡайһы бер пенсионерҙар бигерәк яҡшы йәшәй, ахыры – хатта  финанс пирамидаларына  миллион һум аҡсалар инвестициялау мөмкинлегенә эйә улар. Һәм үҙҙәре лә һиҙмәй алданып ҡуялар.

      Мәҫәлән, Күмертау ҡалаһында йәшәүсе 65 йәшлек ҡатын да шундай алданыусылар исемлегенә кергән. Эш былай булған: билдәһеҙ кешеләр ҡатынды “махсус фондҡа аҡса һалһаң, ҙур табыш алырһың”, тип ышандырғандар. Инвестиция компанияһы хеҙмәткәрҙәре өлкән йәштәге ханымды улар күрһәткән счетҡа 1,2 млн. һумдан ашыу аҡса күсерергә өгөтләгән. Һәм маҡсаттарына ирешкән.

      Пенсионер тиҙҙән ҙур табыш аласағына ышанған һәм уны-быны уйламай аҡсаһын күсереп тә ҡуйған. Шунан һуң аферистар интернет киңлектәрендә ҡатындың миллиондары менән бергә иреп юҡҡа сыҡҡан. Хәҙер уларҙы эҙләү менән республиканың полиция хеҙмәткәрҙәре мәшғүл.

Фото: news102.ru

https://dimbuizary.ru/news/novosti/2021-12-06/ur-tabysh-alam-tip-milliondarynan-ola-a-an-2608642

Автор:
Читайте нас