

Көҙгө саҡырылыш кампанияһы дауам итә. Әле райондан ноябрь аҙағына тиклем 60-ҡа яҡын егет армияға оҙатылған. Беҙ барғанда сираттағы призывниктар табип-белгестәрҙә һәм саҡырылыш комиссияһында тикшереү үтә, улар егеттәргә хәрби хеҙмәткә яраҡлылыҡ тураһында һығымта бирә ине.
Буласаҡ һалдаттарға медицина тикшереүе үткәреүсе саҡырылыш комиссияһы ағзаһы, Аҡъяр үҙәк дауаханаһының лор табибы Г.Һағынбаева әйтеүенсә, быйылғы көҙгө саҡырылыштағы егеттәрҙең ҡолаҡ, тамаҡ, танау ауырыуҙары менән проблемаһы юҡ. Тик ишетеү һәләте кәмегән бер-ике призывник ҡалдырылған. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, һуңғы ике йылда армия йәшендәгеләр араһында аллергия риниты үҫеш алған. Окулист Л.Мәмбәтова белдереүенсә, бөгөнгө йәштәрҙең компьютер һәм телефон артында күп ваҡытын үткәреүе күреү һәләтен кәметә, шуға күрә әрмегә саҡырылыусы егеттәрҙең күбеһенең күҙҙәре насар күрә.
Мәҡәләне тулыраҡ гәзитебеҙҙең 96-сы һанында уҡығыҙ.