ЙӘМҒИӘТ
3 Декабрь 2021, 06:16

Ангарлы булдылар

-

Ангарлы булдыларАнгарлы булдылар
Ангарлы булдылар

“Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы бер нисә йыл рәттән районда әүҙем тормошҡа ашырыла. Программала  Атингән ауыл Советы ауыл биләмәһе лә йыл да ҡатнаша. Быйыл улар йыйылма-һүтелмәле йылытылған ангар алды.

Был проектты тормошҡа ашырыуға Атингән һәм Йәнтеш ауылдары халҡы ла үҙ өлөшөн индергән.

  • 2020 йылда йәнтештәр “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы буйынса янғын һүндереү автоцистернаһы алғайны. Быйыл уның өсөн йылы гараж төҙөүҙе маҡсат итеп ҡуйҙылар. Шул ниәттә беҙ быйыл ошо программа сиктәрендә йыйылма-һүтелмәле йылытылған ангар алдыҡ. Уны Киров ҡалаһынан алып килделәр. Киләһе йыл яҙ етеп көндәр йылынғас, уны беҙ Йәнтеш ауылында төҙөп ҡуясаҡбыҙ. Киләсәктә трактор алырға ла ниәтләйбеҙ. Ангарҙың хаҡы 930 мең һумға төштө, уның 592 мең һумын республика, 89 мең 600 һумы ауыл биләмәһе советы бюджетынан бүленде. 70 мең һумдан ашыуын халыҡ йыйһа, ҡалған сумманы бағымсылар бирҙе.

“Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы ауылдарҙағы мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн бик файҙалы. Һуңғы йылдарҙа был программала ҡатнашып, бик күп эш башҡарҙыҡ. Йәнтеш ауылында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар өсөн ҡуйылған һәйкәл ремонтланды, хоккей майҙансығы эшләнде, Атингәндә зыярат кәртәләнде, скважина ҡуйылды.  2022 йылға ошо программа сиктәрендә Атингән ауылында мосолман зыяратын кәртәләргә планлаштырабыҙ, -- тине Атингән ауыл биләмәһе башлығы Фәхирә Искужина.

“Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы  йыл һайын дауам итер, Атингән биләмәһендә ҡалған башҡа ҙур мәсьәләләрҙе лә хәл итергә ярҙам итер, киләһе йылда улар сираттағы проектты уңышлы тормошҡа ашырыр, тигән ышаныста ҡалабыҙ.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас