ЙӘМҒИӘТ
23 Ноябрь 2021, 17:25

Балаһын һатырға уйлаған

Әле тыуырға ла өлгөрмәгән улын ул 100 мең һумға баһалаған. 

Балаһын һатырға уйлағанБалаһын һатырға уйлаған
Балаһын һатырға уйлаған

Был хәлдең тормошҡа ашыуына "Альтернатива" хәрәкәте сик ҡуйған. Тап ошо, кешене һатыу менән көрәшкән хәрәкәттең хеҙмәткәрҙәре социаль селтәрҙә йөклө ҡатындың тыуасаҡ сабыйын һатыуы тураһындағы иғланына тап була ла инде. 

"Мы немедленно на это отреагировали, списались с ней, пытались выяснить обстоятельства, пытались отговорить от продажи. Но женщина, несмотря на всё, была настроена решительно. Если бы в роли покупателя выступил не наш сотрудник, то, скорее всего, это сделал бы какой-то злоумышленник", — говорится в сообщении "Альтернативы".

Ҡазанда йәшәгән ҡатын бала табыуға Мәскәүгә килә. Эҙ яҙлыҡтырыу маҡсатында бала табыу йортонда икенсе исем-фамилия менән теркәлә. Дауахананан сыҡҡас, сабыйын "һатып алыусы" менән бәйләнешкә инә. Аҡса алған мәлендә уны полиция хеҙмәткәрҙәре ҡулға ала.

https://dimbuizary.ru/news/novosti/2021-11-23/bala-yn-atyr-a-uyla-an-2593255

Автор:
Читайте нас