ЙӘМҒИӘТ
22 Ноябрь 2021, 16:21

Өфө студенты миллионер булған!

Ошо көндәрҙә Түбәнге Новгород ҡалаһында Рәсәйҙең урта һөнәри уҡыу йорттары өсөн «Оҙон тәнәфес» Бөтә Рәсәй конкурсы үтте.

Өфө студенты миллионер булған!Өфө студенты миллионер булған!
Өфө студенты миллионер булған!

Был – «Рәсәй мөмкинлектәр иле» Президент платформаһының проекты. Конкурста һөнәри белем биреү ойошмаларының 2-4-се курс студенттары ҡатнаша.

Башҡортостан данын 5 студент яҡлай, шуларҙың икәүһе меңләгән ҡатнашыусы араһында еңеүгә өлгәшә. Өфө дәүләт технология һәм дизайн колледжы студенты бер миллион һум күләмендә премияға лайыҡ булһа, Октябрьский сәнғәт колледжы студенткаһы 200 мең һум яулай.

Грант аҡсаһын артабан белем алыуға йүнәлтергә мөмкин.

https://dimbuizary.ru/news/novosti/2021-11-21/f-studenty-millioner-bul-an-2591262

Автор:
Читайте нас