ЙӘМҒИӘТ
15 Ноябрь 2021, 16:29

Коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәрҙән азат итеүҙәре мөмкин

Был маҡсатҡа федераль бюджеттан йылына бер миллиард һумдан ашыу аҡса талап ителә.

Коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәрҙән азат итеүҙәре мөмкинКоммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәрҙән азат итеүҙәре мөмкин
Коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәрҙән азат итеүҙәре мөмкин

Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын һәм инвалидтарын коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙән азат итеүҙәре ихтимал. Ошо туралағы закон проекты әле Рәсәй Хөкүмәтендә ентекле тикшереү үтә.

Ветерандар бөгөн квитанциялағы сумманың яртыһын ғына түләй. Закон проекты ҡабул ителә ҡалһа, ул илдәге йөҙ меңдән ашыу кешегә ҡағыласаҡ. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, ветерандарға өҫтәмә ярҙам күрһәтеү өсөн федераль бюджеттан йылына бер миллиард һумдан ашыу аҡса талап ителә. Законды ҡабул итеү Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарҙың һәм инвалидтарҙың йәшәү кимәлен, шулай уҡ уларҙың айырым хоҡуҡи статусын күтәрергә мөмкинлек бирәсәк.

Фото: zkhr.ru

 

Автор:Дина Арсланова.
https://bashgazet.ru/articles/veteran/2021-11-15/kommunal-he-m-tt-rg-t-l-r-n-azat-ite-re-m-mkin-2584305
Автор:
Читайте нас