ЙӘМҒИӘТ
15 Ноябрь 2021, 15:57

"Ҡатынымды әрәм иттеләр..."

Ярай әле балабыҙ булып өлгөрмәне, тип ҡуя хәҙер Мәүлит. 

"Ҡатынымды әрәм иттеләр...""Ҡатынымды әрәм иттеләр..."
"Ҡатынымды әрәм иттеләр..."

Мәүлиттең кәйефе бөтөнләй юҡ бөгөн. Ҡулына бер эш тә бармай: тегендә барып һуғыла, бында барып төртөлә, юҡ, барыбер ниәт иткәне килеп сыҡмай. Шикле уйҙар әленән-әле башын туҡтауһыҙ быраулай. Шулай ҙа бер аҙ ваҡыт үткәс: “Ҡарарҙы дөрөҫ ҡабул иттем, башҡаса былай йәшәп булмаҫ ине...” – тип уйлап, ахырҙа баҡсала көслө ел ҡолатҡан кәртәне ипкә килтерә башланы...

Бынан һигеҙ йыл самаһы элек ир Фәниәһе менән танышҡайны. Бер күреүҙән ғашиҡ булғайны ҡыҙға. Тегенеһе лә егетте тиҙ үҙ итте, беренсе тапҡыр киноға саҡырғанда ла юҡ тимәне. Шулай һәүетемсә ғаилә ҡороп, матур йәшәп киттеләр. Икеһенең дә яратҡан эше бар. Мул булмаһа ла, ярайһы эш хаҡы алалар, башҡаларҙан ҡалышмай донъя көттөләр. Бәләкәй фатирҙарын – ҙурға, иҫке машиналарын яңыға алмаштырҙылар. Һәр хәлдә, ситтән барыһы ла яҡшы күренде...

Тик бына ҡатындың яңы әхирәте барлыҡҡа килгәс, барыһы ла үҙгәргән. Фәниә төрлө тренингтар, үҙеңде камиллаштырыу, эҙләү менән мауыға башлаған. Үҙен алмаштырып ҡуйғандармы ни?! Яңы әхирәтенең арбаһына ултырып, уның көйөн көйләй башлаған. Ашарға әҙерләү йәһәтенән дә барыһы ла үҙгәргән: хатта бер көн кис өйҙә ашарға ҡыяр менән помидорҙан салат ҡына көткән. Ризаһыҙлыҡ белдергәс, “Һиңә кәрәк, үҙең әҙерлә”, – тип кенә ҡуйған. “Аҡсаны ҡайҙа итәһең? Ниңә улай аҙ?” – тип тә һөйләнә башлаған ҡатын.

Ахырҙа ир түҙмәгән, өйҙән китергә ҡарар иткән. Бына шулай хәҙер баҡсала көн күрә. “Ярай әле балабыҙ булып өлгөрмәне, – тип ҡуя ул. – Бындай юлға баҫҡандар кире элекке холҡона ҡайтмай тиҙәр. Әрәм иттеләр ҡатынымды..."

Шундай тренингтар ысынлап та кешене боҙамы - кем ниндәй фекерҙә?

 

Фото: sethealth.ru

Айһылыу Низамова.

https://gazeta-toratau.ru/articles/rubrika-7/2021-11-15/atynymdy-r-m-ittel-r-2584225

Автор:
Читайте нас