ЙӘМҒИӘТ
14 Ноябрь 2021, 16:58

Рөстәм Нәбиев "112"-нең шылтыратыуҙар эшкәртеү үҙәгендә булды

"Ҡотҡарыусыларҙа ҡунаҡта". Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ойошторған был сараға билдәле блогер Рөстәм Нәбиев барып, тиҙ ярҙам хеҙмәттәре нисек эшләүе менән танышты.

Рөстәм Нәбиев "112"-нең шылтыратыуҙар эшкәртеү үҙәгендә булдыРөстәм Нәбиев "112"-нең шылтыратыуҙар эшкәртеү үҙәгендә булды
Рөстәм Нәбиев "112"-нең шылтыратыуҙар эшкәртеү үҙәгендә булды

Дөрөҫөрәге, Рөстәм 112 системаһының шылтыратыуҙар эшкәртеү үҙәгендә булды һәм диспетчерҙар менән аралашып, уларҙың эшен өйрәнде. Үҙәккә тәүлегенә 7000 самаһы мөрәжәғәт була. Берҙәм телефон аша хеҙмәткәрҙәр янғын һағы, полиция, тиҙ ярҙам, газ-авария хеҙмәтенә мәғлүмәттәр ебәрә.

Үкенескә күрә, шылтыратыуҙарҙың 30 проценты тиерлек ялған була. 112-гә балалар ҙа "яңылыш" шылтыратыусан. Һәр хәлдә был номер бик мөһим һәм һеҙ "минус"та булғанда ла эшләй.

Әйткәндәй, әрмелә саҡта ике аяғын юғалтҡан Рөстәм Нәбиев ҡотҡарыусылар хеҙмәте нисегерәк икәнен яҡшы беләлер, моғайын...

Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова.

https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2021-11-14/r-st-m-n-biev-112-ne-shyltyratyu-ar-eshk-rte-gend-buldy-2582702

Автор:
Читайте нас